Иҡтисад
12 Февраль 2023, 07:15

Игенде үҙебеҙҙең ҡорамалдарҙа эшкәртәбеҙ

2014 йылда Өфөнөң Шаҡша биҫтәһендә яңы “Өфө” индустриаль парк барлыҡҡа килде. Унда 18 резидент инвестиция индергән, йәмғеһе 1,6 мең эш урыны булдырылған.

Игенде үҙебеҙҙең ҡорамалдарҙа эшкәртәбеҙИгенде үҙебеҙҙең ҡорамалдарҙа эшкәртәбеҙ
Игенде үҙебеҙҙең ҡорамалдарҙа эшкәртәбеҙ

Шуныһы ҡыуаныслы, индустриаль парк һуңғы йыллдарҙа яңы һулыш алып, яңы көс менән эшләй башланы. Үткән йылдың сентябрендә бында Беларусь Премьер-министры Роман Головченко һәм Радий Хәбиров яңы проектҡа старт бирҙе: Белоруссияның “АМКОДОР” холдингы майҙансығында иген эшкәртеү өсөн машина-ҡорамалдар сығарыу заводы төҙөлә башланы. Завод быйыл Өфөлә үтәсәк Х Рәсәй һәм Беларусь Республикаһы төбәктәре форумы сиктәрендә асылырға тейеш.

Ошо көндәрҙә яңы объектты үҙенең эш сәфәре сиктәрендә республика Башлығы Радий Хәбиров менән берлектә Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетников та килеп күрҙе. Етәксе төҙөлөш барышы менән ҡыҙыҡһынды.

Башҡортостан үҫеш корпорацияһы директоры Наил Ғәббәсов ҡунаҡтарға һөйләп үтеүенсә, республика яңы сәнәғәт берәмеген булдырыуҙа бар яҡлап та ярҙам итә, шул иҫәптән ташламалы займдар ҡаралған.

- Был предприятиела төрлө культуралы игенде киптереү, эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештереләсәк. Бында 320 кеше эш урыны менән тәьмин ителәсәк, йылына 40 комплекс эшләйбеҙ. Төҙөлөш график буйынса, ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса хатта ваҡытынан алда ла бара. Мартта эске эштәргә тотонасаҡбыҙ, - тип белдерҙе “Амкодор-Ағиҙел” берәмеге директоры Федор Домотенко.

“Өфө” индустриаль паркына эш сәфәре барышында Максим Решетников һәм Радий Хәбиров “Кроношпан-Башҡортостан” предприятиеһында ла булып үтте. ДСП төҙөлөш материалдары етештергән заводта яҡын киләсәктә киң билдәле OSB төҙөлөш материалы ла сығарырға планлаштыралар. Был тәңгәлдән 2,5 миллиард һумлыҡ инвестиция йәлеп ителгән, тине предприятиеның һатыу буйынса директоры Андрей Мымрин.

Белешмә: Башҡортостанда 12 индустриаль һәм 18 технопарк теркәлгән. Был предприятиеларҙа йәмғеһе 30 меңдән ашыу кеше эшләй. 168 резидент йәмғеһе 45 миллиард һумдан ашыу суммаға үҙ проекттарын тормошҡа ашыра. Әйткәндәй, республика индустриаль парктар төҙөү һәм асыу буйынса илдә төбәктәр араһында тәүге өс урындағы лидерҙар араһында тора.

Игенде үҙебеҙҙең ҡорамалдарҙа эшкәртәбеҙ
Игенде үҙебеҙҙең ҡорамалдарҙа эшкәртәбеҙ
Автор:Рәмил МАНСУРОВ
Читайте нас