Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
13 Февраль 2023, 21:40

Төп мәсьәлә - “Алға” махсус иҡтисади зонаһын киңәйтеү

11 февралдә республикаға килгән Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетниковтың сәфәренә йомғаҡ яһалды.

Төп мәсьәлә - “Алға” махсус иҡтисади зонаһын киңәйтеү
Төп мәсьәлә - “Алға” махсус иҡтисади зонаһын киңәйтеү

13 февралдә Республикаға идара итеү үҙәгендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмә үткәрҙе. Унда, атап әйткәндә, 11 февралдә республикаға килгән Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры Максим Решетниковтың сәфәренә йомғаҡ яһалды.

Федераль министрлыҡ белгестәренең эше Ишембай районына барыуҙан башланды. Мәҫәлән, Башҡортостандың туриндустрия вәкилдәре менән осрашыуҙа Әбйәлил, Белорет һәм Бөрйән райондары биләмәһендә “Урал” туристик-рекреацион зонаһын булдырыу мөмкинлектәре тикшерелде.

“Өфө” индустриаль паркы майҙансыҡтарын ҡарау сиктәрендә республиканың өҫтөнлөклө биләмәләрен үҫтереү буйынса кәңәшмә уҙҙы. Фекер алышыуҙың төп мәсьәләһе – “Алға” махсус иҡтисади зонаһын киңәйтеү.

Беренсе вице-премьер – Башҡортостандың иҡтисади үҫеш һәм инвестиция сәйәсәте министры Рөстәм Моратов “Урал” туристик-рекреацион зонаһын булдырыуға һәм яңы участкаларҙы “Алға” махсус иҡтисади зонаһы составына индереүгә ғаризалар 2023 йылдың 15 мартына тиклем Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығына ебәреләсәген хәбәр итте.

Максим Решетников ҡатнашлығындағы йомғаҡлау кәңәшмәһендә республиканың иҡтисади өлкәләге башланғыстарын тикшерҙеләр. Улар иҫәбендә – Башҡортостанда ислам банкингы өсөн махсус режим индереү, пилотһыҙ авиация кластерын үҫтереү, төбәктә Евразия иҡтисади үҙәген булдырыу.

Бынан тыш, Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш министры быйыл Өфөлә төбәктәрҙең иҡтисади үҫеш министрҙары съезын үткәреү тәҡдимен хупланы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: