Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Февраль 2023, 20:10

Беҙҙең етештереүселәр - Мәскәүҙә

Быйыл күргәҙмәлә 35 илдән 2027 компанияның яңы тауары күрһәтелде. Килеүселәр – аҙыҡ-түлек баҙарының төп ҡатнашыусылары.

Беҙҙең етештереүселәр - Мәскәүҙә
Беҙҙең етештереүселәр - Мәскәүҙә

“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проекты дипломанттары үҙ продукцияһын Мәскәүҙә үткән XXX юбилей “Продэкспо” халыҡ-ара аҙыҡ-түлек, эсемлектәр һәм уларға сеймал етештереү күргәҙмәһендә күрһәтте.

– Халыҡ-ара сарала проект дипломанты үҙ продукцияһының бөтә үҙенсәлектәрен күрһәтеүгә, предприятиеларҙың етештереү ҡеүәтен асыуға, яңы клиенттар һәм эшҡыуар-уҙаҡташтар йәлеп итеү буйынса һөҙөмтәле һөйләшеүҙәр алып барыуға өлгәште, — тине Башҡортостан Республикаһының сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев.

Күргәҙмәлә эсәр һәм дауалау-ашхана һыуын етештергән “Живая Вода” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, башҡорт туңдырмаһын күпләп етештереүсе "Милк Трейд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, кондитер ризыҡтары етештереүсе “Зарина” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, косметика, антисептик, көнкүреш химик тауарҙар етештергән “Фабрик Косметик” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте кеүек предприятиелар үҙ продукцияһын күрһәтте.

Күргәҙмәлә ҡатнашыу компаниялар өсөн ҙур ваҡиға, сөнки “Продэкспо” Рәсәйҙә һәм Көнсығыш Европала абруйлы бизнес-майҙансыҡ булып тора. Унда бөтә донъянан аҙыҡ-түлек тәҡдим ителә: төп аҙыҡ-түлектән һәм эсемлектәрҙән алып тәмлекәстәргә тиклем, шулай уҡ органик, спорт туҡланыуы, сәләмәт йәшәү рәүеше өсөн аҙыҡ-түлек, хәләл, экзотик ризыҡтар. Ҡатнашыусылар даирәһе киң — федераль селтәрҙәрҙән алып бәләкәй магазиндарға һәм эксклюзив ресторандарға тиклем. Быйыл күргәҙмәлә 35 илдән 2027 компанияның яңы тауарҙары күрһәтелде. Килеүселәр – аҙыҡ-түлек баҙарының төп ҡатнашыусылары. Күргәҙмә сиктәрендә сауҙа-һатып алыуҙар буйынса конференция үтте.

Белешмә:

Бөгөн проект 686 ҡатнашыусыны берләштерә, шуларҙың 582-һе – аҙыҡ-түлек етештереүсе һәм 104-е башҡа төр тауар етештереүсе. “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” тамғаһы 26 меңдән ашыу тауарға ҡуйылған.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: