Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров рәйеслегендәге республиканың муниципаль район һәм ҡала башлыҡтары менән видеобәйләнеш аша оператив кәңәшмәлә граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү саралары тураһында һөйләшеү булды.
Премьер-министр хәбәр итеүенсә, республикала 2019 –2023 йылдарҙа граждандарҙы авариялы торлаҡ фондынан күсереү буйынса адреслы программаны тормошҡа ашырыу дауам итә. 2017 йылдың 1 ғинуарына ҡарата дүрт этапта 214 күп фатирлы йортҡа ҡарата программа үтәлә, тип хәбәр итте Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Унда 26 муниципалитет ҡатнаша.
- Дүрт йыл эсендә республикала 84 мең тирәһе квадрат метр торлаҡтан граждандарҙы күсерҙек. Маҡсатлы күрһәткес 1,5 тапҡырға арттырылды. Адреслы программа буйынса 10 мең квадрат метр торлаҡты төҙөп бөтөргә ҡалды, - тине Андрей Назаров.
Граждандарҙы авариялы торлаҡтан күсереү мәсьәләһе буйынса республиканың төҙөлөш һәм архитектура министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин һөйләне. Уның хәбәр итеүенсә, 2023 йылдың 1 ғинуарына ҡарата Адреслы программаны һәм башҡа республика программаларын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә 6,79 мең кеше күсерелгән. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты үҙгәртеп ҡороуға булышлыҡ итеү фонды ҡатнашлығында ике муниципаль берәмектә төҙөлөш дауам итә. Мишкә районында – ике йортто, Яңауыл ҡалаһындағы йортто 2023 йылдың 1 майына файҙаланыуға тапшырмаҡсылар.
Министр вазифаһын башҡарыусы һүҙҙәренә ҡарағанда, республикала 2017 йылдың 1 ғинуарынан 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы һәм күсереүгә мохтаж тип танылған йорттар реестры барлыҡҡа килгән. Бындай бөтәһе 597 йорт иҫәпләнә. Уларҙың майҙаны - 228,6 мең квадрат метр һәм улар 40 муниципаль бермәектә урынлашҡан. Йорттарҙа 13 мең 919 кеше йәшәүен дауам итә.
Премьер-министр Андрей Назаров республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығына 2022 йылдың 1 ғинуарына тиклем авариялы тип һаналған йорттар реестрын формалаштырыуҙы, тәү сиратта емерелеү хәүефе булғандарын ҡарауҙы тамамларға ҡушты.
Кәңәшмәлә шулай уҡ етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү тураһында ла һөйләштеләр.
- 2022 йылда был йүнәлеш буйынса яҡшы күрһәткестәргә өлгәштек: торлаҡ менән 945 кеше тәьмин ителде. Был күберәк 2022 йылдың сентябренә ҡабул ителгән закон буйынса мөмкин булды. Уға ярашлы, 23 йәше тулған етем балалар ҡуртым килешеүе буйынса торлаҡ бинаһы урынына социаль түләүҙәр ала һәм республиканың теләгән ҡалаһында йәки торлағында торлаҡҡа эйә була ала. 2023 йылда етем балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн 1 миллиард 850 миллион һум күләмендә аҡса ҡаралған. Ағымдағы йылдың һөҙөмтәләре ҡыуандырыр тип ышанам, - тине Андрей Назаров.
Премьер-министр социаль селтәрҙәге сәхифәһендә дүрт йылда республикала авариялы йорттарҙан 6 мең 800 кешенең (был – 84 мең квадрат метр) күсерелеүе тураһында хәбәр итте. “Адреслы программа 2023 йыл аҙағына тиклем ғәмәлдә булһа ла, эштәрҙе 1 июнгә тиклем тамамларға планлаштырабыҙ”, - тип яҙған ул.
Андрей Назаров Өфөлә 2017 йылдың 1 ғинуарынан һуң авариялы тип танылған торлаҡтан граждандарҙы күсереү эшенең алып барылыуы, 2021 йылдан 31 мең квадрат метр булған 890 бинанан 2500-ҙән ашыу күсерелеүе тураһында яҙған.
Фотолар: vk.com/agnazarov