Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Февраль 2023, 19:40

Министрлыҡтарға яңы күрһәтмәләр бирелде

Андрей Назаров Башҡортостан Хөкүмәте ултырышында иҡтисадҡа һәм социаль өлкәгә ярҙам итеү буйынса яңы федераль саралар тураһында һөйләне. Премьер-министрҙың сығышынан иң мөһим урындарҙы бирәбеҙ:

Министрлыҡтарға яңы күрһәтмәләр бирелде
Министрлыҡтарға яңы күрһәтмәләр бирелде

“Рәсәй Хөкүмәте туристик индустрияға булышлыҡ итеү буйынса саралар комплексын ҡабул итте. Ошо маҡсатта 1,5 миллиард һум самаһы аҡса бүлеү планлаштырыла. Федераль сығымдар бүленгән төбәктәр араһында беҙҙең республика ла бар".

“Ҡала үҙәгенең туристик кодын проектлау программаларын тормошҡа ашырыу өсөн 209 миллион һум самаһы аҡса ҡаралған. Туризм инфраструктураһын үҫтереүгә, шулай уҡ кемпингтар һәм автомобилдәр кемпингтары булдырыуға йүнәлтелгән йәмәғәт башланғыстарына булышлыҡ итеү өсөн быйыл тағы ла 149 миллион һум аҡса аласаҡбыҙ.”

“Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығынан бүленгән федераль сығымдарҙы ваҡытында бүлеүҙе тәьмин итеүҙе һорайым.

Сара туризмына федераль үҙәктең айырым иғтибары бирелгән. Байрамдар, фестивалдәр һәм спорт сараларын ойоштороусы төбәктәргә 638 миллион һум аҡса биреләсәк. Бындай 36 субъект араһында беҙҙең республика ла бар. Өфө халыҡ-ара марафонына 6 миллион һум самаһы аҡса бүленә. Башҡортостандың Спорт министрлығынан был сараны ойоштороуға яуаплы ҡарашта булыуҙарын һәм уны юғары кимәлдә үткәреүҙәрен һорайым", - тине Пермьер-министр.

“300-ҙән алып 500 миллион һумға тиклем сәнәғәт продукцияһын етештереүселәр һәм тәьмин итеүселәр ала алған компенсация түләү күләме арта. Был аҡсалар транспорт сығымдарын ҡаплауға йүнәлтелгән. Бынан тыш, урман сәнәғәте комплексы продукцияһын ташыуға киткән сығымдар өсөн компенсацияның максималь күләме 80 проценттан 100 процентҡа тиклем арта. Был ҡарарҙар «Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек һәм экспорт» милли проекты сиктәрендә ҡабул ителде.

Башҡортостандың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығынан Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығы һәм Конгресс эшмәкәрлеге менән берлектә ошо мәғлүмәтте ярҙамға мохтаж булған барлыҡ тейешле предприятиеларға еткереүҙәрен һорайым".

“Бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи тораҡ пункттарҙа уңайлы ҡала мөхитен булдырыу буйынса иң яҡшы проекттарҙың етенсе өҫтәмә Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәренең проекттарын тормошҡа ашырыуға 7 миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноу планлаштырыла. Беҙҙең республикаға 435 миллион һум аҡса биреләсәк".

“Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығынан бүленгән аҡсаны ваҡытында һәм сифатлы бүлеүҙе тәьмин итеүҙе һорайым. Ғөмүмән, беҙҙең муниципалитеттар араһында бындай конкурстарҙы әүҙем популярлаштырырға, уларҙың федераль проекттарға йәлеп ителеүен арттырырға кәрәк. Был эште министрлыҡ системалы нигеҙҙә алып барырға тейеш".

“Федераль кимәлдә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары комплексын булдырыу дауам итә.  Уҙған аҙнала күсемһеҙ милек, ер участкалары һәм башҡа федераль милек өсөн ҡуртым түләүҙе кисектереү мөҙҙәтен оҙайтыу тураһында ҡарар ҡабул ителде. Был өлөшләтә мобилизация сиктәрендә хәрби хеҙмәткә саҡырылған эшҡыуарҙарға, шулай уҡ ирекмәндәргә ҡағыла. Улар өсөн кисектереү хеҙмәттең бөтә мөҙҙәтенә һәм ул тамамланғандан һуң тағы 90 көн үткәс ғәмәлдә була".

“Социаль ярҙам да арта. Рәсәй Хөкүмәтенең һуңғы ҡарарҙары арҡаһында килеме түбән булған ғаиләләр хәҙер әсәлек капиталынан ай һайын түләү ала аласаҡ".

“Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан республика халҡына ошондай федераль өҫтөнлөк индереү һәм уны алыу тәртибе тураһында мәғлүмәт еткереүҙе һорайым".

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы Башҡортостан Хөкүмәте сайты.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: