Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Февраль 2023, 17:15

Республикабыҙ Бөтә Рәсәй рейтингында ҡатнаша

Уның маҡсаты – илебеҙҙең алдынғы төбәктәрен асыҡлау.

Республикабыҙ Бөтә Рәсәй рейтингында ҡатнаша
Республикабыҙ Бөтә Рәсәй рейтингында ҡатнаша

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, республиканың Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты 2022 йыл йомғаҡтары буйынса Рәсәй төбәктәрендәге һатып алыу системаларының һөҙөмтәлелеге һәм асыҡлығы рейтингында ҡатнашыуға ғариза бирҙе. Рейтингты ил һатып алыусылары һәм һатып алыуҙар буйынса белгестәр гильдияһы ойоштора. Былтыр рейтингта Рәсәй Федерацияһының 49 субъекты ҡатнашҡан.

– Рейтингтың маҡсаты – төбәк һатып алыу системалары күрһәткестәре буйынса илебеҙҙең алдынғы төбәктәрен асыҡлау. Башҡортостан рейтингта дүртенсе тапҡыр ҡатнаша һәм контракт системаһын баһалауҙың төп йүнәлештәре буйынса юғары күрһәткестәргә эйә, – тине Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Гөлшат Арыҫланова.

2021 йыл йомғаҡтары буйынса Гильдия Башҡортостанды “Административ кәртәләрҙе бөтөрөү һәм төбәк дәүләт һатып алыуҙары системаһы хаҡында мәғлүмәттең асыҡлығын тәьмин итеү” номинацияһында алдынғы тип таныны. Республика контракттарҙы үтәү, төбәктең норматив базаһы, төбәк һатып алыуҙарының мәғлүмәт инфраструктураһын баһалау, төбәк һатып алыуҙарының ойоштороу структураһын баһалау, һатып алыу ғәмәлдәрен башҡарыуҙы баһалау кеүек биш номинацияла юғары күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн почет грамотаһы менән бүләкләнде.  

2022 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан һигеҙ номинацияла ҡатнашыуға ғариза бирҙе, шуларҙың икәүһе – заказсыларҙың профессионализмын һәм квалификациялы кадрҙар менән тәьминәтте баһалау; һатып алыу тураһындағы ҡануниәт талаптарын үтәү. Башҡа номинациялар: контракттарҙы үтәү, төбәктең норматив базаһы, һатып алыуҙарының мәғлүмәт инфраструктураһын, һатып алыуҙарҙың ойоштороу структураһын, һатып алыу ғәмәлдәрен башҡарыуҙы баһалау, административ кәртәләрҙе бөтөрөү һәм төбәк дәүләт һатып алыуҙары системаһы тураһында мәғлүмәттең асыҡлығын тәьмин итеү.

Фото: pravitelstvorb.ru

Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: