

Башҡортостандың ике шәкәр заводында 2022 йылдағы шәкәр сөгөлдөрө уңышын эшкәртеү тамамланған. Әле предприятиелар 1,35 миллион тоннанан ашыу татлы тамырҙы эшкәрткән һәм 203,7 мең тонна шәкәр етештергән. Шәкәр етештереү уҙған йыл менән сағыштырғанда 41 процентҡа артҡан.
– Шәкәр етештереү ауыл эшсәндәренең оҫта эшмәкәрлеге, яңы технологиялар ҡулланыу, сәсеү майҙандарының артыуы һәм яҡшы һауа шарттары арҡаһында күтәрелде, — тине Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов. — Шул уҡ ваҡытта республиканың ике шәкәр заводында ла күләмле реконструкция үтте. Инвестициялар шәкәр етештереү ҡеүәтен 1,5 тапҡырға тиерлек арттырырға мөмкинлек бирҙе.
Билдәләп үтергә кәрәк, “Раевсахар” компанияһы етештереүҙе модернизациялауҙы һәм шәкәр сөгөлдөрө эшкәртеү заводының ҡеүәтен тәүлегенә 5500 тоннаға еткереү буйынса инвестиция проектын тормошҡа ашырҙы. Шишмә шәкәр заводын реконструкциялау тәүлегенә уртаса ҡеүәтен алты мең тонна сөгөлдөрҙө эшкәртеүгә еткергән.
Ике проект та Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы "Инвестиция сәғәте" форматындағы инвестиция комитеты ултырышында ҡаралды һәм раҫланды. Агросәнәғәт комплексының техник паркын заманса яңыртыу буйынса республика программаһы сиктәрендә предприятиелар ташламалы инвестиция кредиты һәм ҡорамалдар һатып алыуға субсидия ала.
Белешмә:
Башҡортостан Республикаһының агросәнәғәт комплексы техник паркын модернизациялау буйынса республика программаһы сиктәрендә дәүләт ярҙамы машиналар һәм ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдың 50 процентына тиклем өлөшөн ҡаплауҙы күҙ уңында тота.
Льготалы кредитлау программаһы ауыл хужалығы ойошмаларының 2 -15 йылға күләме сикләүһеҙ кредит алыуын күҙ уңында тота. Ул бер инвестиция проектын тормошҡа ашырыу өсөн тәғәйенләнгән: объекттар төҙөү һәм төҙөкләндереү, ҡорамалдар һәм транспорт, хайуандар һатып алыуға, ә дәүләттән компенсацияға субсидия туранан-тура банктарға ебәрелә.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: pravitelstvorb.ru