Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Февраль 2023, 16:30

Вебинарҙан ситтә ҡалмағыҙ

16 февралдә Башҡортостанда йәшәүселәр өсөн финанс алымдарын дөрөҫ ҡулланыу буйынса вебинар уҙғарыла.

Вебинарҙан ситтә ҡалмағыҙ
Вебинарҙан ситтә ҡалмағыҙ

Башҡортостан Хөкүмәтенән һәм Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 16 февралдә Рәсәй Банкының Башҡортостан буйынса Милли банкы хеҙмәткәрҙәре коммерция банктарынан хеҙмәттәштәре менән граждандарҙың финанс белемен арттырыу буйынса вебинар үткәрә.

– Сара финанс хәүефһеҙлеге мәсьәләләре буйынса халыҡтың мәғлүмәтлелеген арттырыуға йүнәлтелгән. Вебинарҙың онлайн форматы файҙалы мәғлүмәтте күберәк алырға мөмкинлек бирә. Сөнки офистан сыҡмайынса һәр өйҙә генә ултырып та тоташырға мөмкин. Шулай уҡ теләгән һәр кем үҙенең һорауын бирә һәм эфир барышында эксперттарҙан яуап ала аласаҡ, – тине БР финанс министры урынбаҫары Нелли Бердина.

Вебинар барышында Рәсәй Банкының Башҡортостан буйынса Милли банкы - бүлексәнең иҡтисади бүлеге әйҙәүсе иҡтисадсыһы Анна Каменева дистанцияла финанс хеҙмәттәр менән ҡулланыуҙың нигеҙҙәре тураһында һөйләйәсәк: Интернет-банкинг һәм мобиль банкинг; Соловьева Наталья, Рәсәй банкының Башҡортостан буйынса Милли банкы – түләү системалары һәм иҫәп-хисап бүлегенең әйҙәүсе иҡтисадсыһы, банк карталарын нисек хәүефһеҙ файҙаланыу тураһында мәғлүмәт бирәсәк; Һаҡлыҡ банкының Башҡортостан бүлексәһе идаралығы начальнигы Алина Хужағәлиева мутлашыусыларҙан нисек һаҡланырға кәрәклеген аңлатасаҡ.

Сара 14 сәғәттә башлана. Унда ҡатнашыу бушлай. Ошо һылтанма буйынса тоташырға була: https://cbr.imind.ru/ Вебинар коды: 431-225-383. Пароль кәрәкмәй.

Белешмә:

Был сара БР Хөкүмәтенең 2022 йылдың 12 авгусындағы 957-р һанлы бойороғо менән раҫланған 2022-2024 йылдарға Башҡортостан Республикаһының аҙ халыҡлы һәм төпкөл территорияларында финанс ғилеме инеү мөмкинлеген арттырыу буйынса саралар планын тормошҡа ашырыу сиктәрендә үтә.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20176/

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: