Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров Рәсәй Президенты ҡуйған бурысты иҫкә төшөргән: 2030 йылға ҡалдыҡтарҙы сорттарға айырыуҙы 100 процентҡа еткерергә һәм ергә күмергә тәғәйенләнгән ҡалдыҡ күләмен ике тапҡырға кәметергә.
“Ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу буйынса инфраструктураны үҫтереү маҡсатында республикаға федераль ҡаҙна аҡсаһы йәлеп ителә. Былтыр 11 мең контейнер һатып алынды. Төбәк операторҙары кибеттәрҙә һәм мәғариф учреждениеларында пластик шешәләр ҡабул итеү өсөн 16 фандомат ҡуйҙы. Шул уҡ ваҡытта республикала ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу системаһы тигеҙ үҫешмәй”, – тине Андрей Назаров.
Премьер-министр республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырып туплау буйынса 2030 йылға саҡлы иҫәпләнгән концепциянв яҡын арала раҫларға ҡушты.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.