Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
15 Февраль 2023, 19:40

Ялсыла – яңы ферма, ә Әлмәстә – яңы күпер

Республика Башлығы Күгәрсен районында яңы объекттар төҙөлөшөн ҡараны.

Ялсыла – яңы ферма, ә Әлмәстә – яңы күпер
Ялсыла – яңы ферма, ә Әлмәстә – яңы күпер

Бөгөн Күгәрсен районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ялсы ауылы янындағы 1200 баш ҡара-ала тоҡомло һыйырға иҫәпләнгән малсылыҡ фермаһының төҙөлөш майҙансығында булды. 1,6 миллиард һумлыҡ проектты “Иртөбәк” агрофирмаһы тормошҡа ашыра. 2021 йылдың апрелендә “Инвестиция сәғәте”ндә ошо башланғыс хупланғайны.

Ауыл хужалығы предприятиеһының башҡарма директоры Олег Николаев әйтеүенсә, яңы комплекс биләмәһендә тейешле тикшеренеүҙәр үткәрелгән, проект документацияһы әҙерләнгән, объектҡа нигеҙ һалынған.

Ферма һәр ҡайһыһы 600 баш малға иҫәпләнгән ике һыйыр аҙбарын, быҙау аҙбарын, һөт һауыу залын һәм ҡатнаш мал аҙығы заводын үҙ эсенә аласаҡ. Технологик ҡорамал менән Белоруссия подрядсыһы тәьмин итә. Предприятиела 20-ләп кеше эшләйәсәк.

Олег Николаев белдереүенсә, киләсәктә фермала мал һанын 1 800-гә арттырырға ниәтләйҙәр, был тәүлегенә 50 тоннаға тиклем һөт етештерергә мөмкинлек бирәсәк. Башҡортостан Башлығы “Инвестиция сәғәте”ндә проектты тағы ла бер тапҡыр ҡарарға, үҫеш пландары һәм дәүләт ярҙамы саралары буйынса фекер алышырға тәҡдим итте.

– Беларусь Республикаһына сәфәр барышында беҙ партнерҙарҙың мөмкинлектәрен өйрәндек. Уларҙың ауыл хужалығы, шул иҫәптән һауыу ҡорамалдары етештереү буйынса компетенциялары һәйбәт, – тине Радий Хәбиров. – Уларҙа өҫтәмә рәүештә белорус банкынан заем биреү мәсьәләһен дә күҙ уңында тоталар. Беҙ ҙә ошо факторҙарҙы берләштерә алһаҡ, проект уңышлы буласаҡ.

Әлмәс ауылында республика Башлығы Мерәүешле йылғаһы аша 21 метрлыҡ яңы автомобиль күпере төҙөлөшө менән дә танышты.

“Дормост” подряд ойошмаһының участка начальнигы Радик Исмаилов әйтеүенсә, иҫке ҡоролма авария хәлендә булған. Реконструкция барышында урындағы транспорт өсөн ваҡытлыса урау юл һалғандар. Төҙөүселәр яр буйы таяуҙарын эшләү һәм артабан тороҡто монтажлау өсөн конструкцияның арматураһын әҙерләй. Эш графиктан алдараҡ бара. Яңыртылған ҡоролманы быйыл 1 сентябргә сафҡа индереү планлаштырыла.

Фото: glavarb.ru

Сығанаҡ: glavarb.ru

Ялсыла – яңы ферма, ә Әлмәстә – яңы күпер
Ялсыла – яңы ферма, ә Әлмәстә – яңы күпер
Ялсыла – яңы ферма, ә Әлмәстә – яңы күпер
Ялсыла – яңы ферма, ә Әлмәстә – яңы күпер
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: