Башҡортостан Хөкүмәтендә Премьер-министр Андрей Назаров рәйеслегендә эш хаҡы буйынса бурысты ҡаплау һәм ҡайһы бер күп фатирлы йорттарҙы газ менән тәьмин итеүҙе өҙөү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара кәңәшмә үтте. Сарала Башҡортостан Прокуратураһы вәкилдәре лә ҡатнашты.
– Бөгөн көн тәртибенә ҡуйылған ике мәсьәлә лә көнүҙәк булып тора. Уларҙы һөҙөмтәле һәм оператив хәл итеү өсөн контроль-күҙәтеү органдары, атап әйткәндә, Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итәбеҙ, — тине Андрей Назаров.
Беренсе һорау сиктәрендә ултырышта ҡатнашыусылар "АК ВНЗМ" ЯАЙ-ында эш хаҡы түләү менән бәйле хәлде ҡараны.
— «Востокнефтезаводмонтаж» акционерҙар йәмғиәте — бай тарихы булған, бик күп иҫтәлекле объекттар төҙөгән эре предприятие. Ойошманың финанс-иҡтисади хәле 2020 йылдан насарая башланы, контрагенттың килешеү йөкләмәләрен үтәмәүе төп сәбәптәрҙең береһе булып тора. Башҡортостан Башлығы һәм Республика Хөкүмәте компания эшен тотороҡландырыу буйынса саралар күрҙе лә инде, беҙ яңы мөмкинлектәр эҙләүҙе дауам итәбеҙ. Предприятиеның артабан эшләүе мөһим. Бөгөнгө осрашыу аныҡ ҡарарҙар билдәләргә ярҙам итер тип ышанам, — тине Андрей Назаров.
Башҡортостан Республикаһы прокуроры Игорь Пантюшин билдәләүенсә, республикала эш хаҡы түләү менән бәйле хәлде яҡшыртыу өсөн власть һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары структуралары күп эшләй. «АК ВНЗМ» ЯАЙ-ына ҡарата мәсьәләне тикшергәндән һуң килешеү буйынса эшләү өсөн яңы объекттар исемлеген булдырыу, компанияның ҡайһы бер активтарын һатыу тураһында тәҡдим индерҙе. Андрей Назаров мәсьәләне айырым контролдә тоторға ҡушты.
Ултырыштың икенсе өлөшө республикала күп фатирлы йорттарҙы газ менән тәьмин итеүҙе өҙөү мәсьәләһенә арналды.
— Был өлкәлә системалы ауырлыҡтар бар. Улар араһында муниципаль хакимиәттәрҙең идара итеүсе компаниялар менән эш итә белмәүе, елләтеү системаһы һәм торбалар торошона һәм эшмәкәрлегенә контролдең етерлек булмауы билдәле. Был ауырлыҡтар ҡайһы бер күп фатирлы йорттарҙың газ менән тәьмин ителмәй ҡалыуына килтергән. Былтырҙан алып әлеге проблема менән Хөкүмәт кимәлендә шөғөлләнәбеҙ. Өлөшләтә ҡайһы бер мәсьәләләр хәл ителде, әммә уны тулыһынса тормошҡа ашырыу өсөн өҫтәмә саралар кәрәк, — тине Андрей Назаров.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса Андрей Назаров ведомство етәкселәренә проблемалы йорттарҙа торбалар һәм елләтеү үткәргестәрен алмаштырыу һәм газ менән тәьмин итеүҙе тиҙ арала тергеҙеү буйынса эштәрҙе башҡарыуҙың сығанаҡтарын һәм финанслау механизмын билдәләргә ҡушты.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы Башҡортостан Хөкүмәте сайты.