«Ромекс Групп» компанияһының генераль директоры урынбаҫары Константин Томенко Благовещен ҡалаһында ОZОН баҙары өсөн күмәртәләп таратыу үҙәге төҙөү планы тураһында һөйләне.
Һүҙ “Благовещен” социаль-иҡтисади үҫеше территорияһында дөйөм майҙаны 93 мең квадрат метр булған «А» класлы келәттәр төҙөү тураһында бара. Инвестициялар күләме 6 миллиард һум тәшкил итәсәк.
Башланғыс бер нисә этапта тормошҡа ашырыласаҡ. 2023 йылда төҙөүселәр әҙерлек-монтаж эштәрен башларға йыйына. Ә 2024 йылда үҙәктең беренсе этабын – 60 мең квадрат метр майҙанды тапшырырға ниәтләйҙәр.
— Проект ҙур һәм, әлбиттә, ҡыҙыҡлы. Министрлыҡтарҙағы коллегаларымдан төҙөлөш тамамланғансы һәм логистика үҙәге эше башланғансы инвесторҙы оҙатыуҙарын һорайым, — тине Радий Хәбиров.
Фекер алышыу һөҙөмтәһендә проект өҫтөнлөклө статус алды. Инвесторға инженер инфраструктураһын төҙөүгә киткән сығымдарҙың бер өлөшө ҡайтарыласаҡ. Шулай уҡ Благовещен районы хакимиәте ер участкаһын теркәүҙә ярҙам күрһәтәсәк.
***
«РемДизельСнаб» компанияһының генераль директоры Геннадий Кузнецов транспорт сараларын хеҙмәтләндереү һәм ремонтлау буйынса етештереү ҡеүәттәрен киңәйтеү проектын тәҡдим итте. Компания Бәләбәйҙә 2021 йылдан алып эшләй һәм трактор ҡорамалдарын модернизациялауҙа махсуслаша.
Проект сиктәрендә инвестор өҫтәмә биналар, технологик ҡорамалдар һәм тейәү машиналары һатып алыуға 152 миллион һум аҡса бүлергә ниәтләй. Машиналарҙың һәм инженер системаларының бер өлөшө һатып алынған да инде һәм буласаҡ етештереү урындарында урынлаштырыла.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министр урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов билдәләүенсә, төбәктә фермерҙарҙың техник паркы үҫеү менән ҡорамалдарҙы хеҙмәтләндереү күләме лә арта бара. Шуға ла яңы ҡеүәттәр хәлде яҡшыртасаҡ.
Ярҙам саралары булараҡ проект өҫтөнлөклө статус алды. Башҡортостан сәнәғәт үҫеше фонды уны тормошҡа ашырыу өсөн ташламалы кредит бирәсәк. Шулай уҡ инвесторға ҡорамалдар һатып алыуға киткән сығымдарҙың бер өлөшө ҡайтарыласаҡ.
***
"Технопром" компанияһы директоры Айҙар Йосопов Өфөнөң Дим районында заманса станоктар эшләү заводын булдырыу проекты тураһында һөйләне. Унда программа менән идара ителеүсе дозалау һәм тояҡлы машиналар, шулай уҡ сэндвич-панелдәр йәбештереү өсөн линиялар етештереләсәк.
Яңы производствоға 332,7 миллион һум аҡса инвестициялау планлаштырыла. Был 35 эш урыны булдырырға ярҙам итәсәк. Киләсәктә завод территорияһында стартап-студия ойоштороласаҡ, уның нигеҙендә Инновацияларға ярҙам итеү фонды менән берлектә станоктар төҙөү өлкәһендә башланғыстарҙы тормошҡа ашырасаҡтар.
Объектта технологик ҡорамалдарҙың бер өлөшө ҡуйылған да инде, станоктарҙың бер өлөшө етештерелгән.
Төбәк башлығы проектты тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләне.
– Ошо йүнәлештә барыуың бик шәп. Станоктар төҙөү еңел тармаҡ түгел, әммә республика бөтә кәрәкле ярҙамды күрһәтергә әҙер, — тине Радий Хәбиров.
Башҡортостандың инвестиция комитеты проектҡа өҫтөнлөклө статус бирҙе. Республика сәнәғәт үҫеше фонды шулай уҡ производствоны тулыһынса сафҡа индереү өсөн ташламалы кредит бирәсәк.
Төбәк башлығы Башҡортостан сәнәғәт һәм энергетика министрлығына республиканың станоктар төҙөүселәре менән осрашыу ойошторорға һәм ошо йүнәлеште үҫтереүҙең актуаль мәсьәләләрен тикшерергә ҡушты.
***
Ултырышта шулай уҡ реабилитация ҡорамалдары етештереүҙе ойоштороу буйынса социаль йүнәлешле проект ҡаралды. Был башланғысты тормошҡа ашырыу тураһында «Орбита» фәнни-инновацион предприятие (НВП) директоры Марсель Ғиниәтуллин һөйләне.
Өфө предприятиеһы 1992 йылдан алып төрлө медицина ҡорамалдары етештерә, үҙ конструкторлыҡ бюроһы бар. Ғәмәлдәге участка 90 процент көсөргәнеше менән эшләй ҙә инде. Йыл һайын заводта 1200-гә яҡын медицина приборы етештерелә. Улар араһында реабилитация, механотерапия, умыртҡа һөйәген дауалау саралары бар.
2022 йылдың ноябрендә Башҡортостан Башлығы «Орбита» ойошмаһында булды һәм төрлө медицина тренажерҙары менән танышты.
Проект һөҙөмтәһендә приборҙар етештереүҙе йыл һайын 2400 берәмеккә тиклем арттырыу планлаштырыла. Инвестициялар күләме — 200 миллион һум тәшкил итә.
Ярҙам саралары булараҡ проект өҫтөнлөклө статус ала. Башҡортостан сәнәғәт үҫеше фонды инвесторға проектты тормошҡа ашырыу өсөн ташламалы кредит бирәсәк.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы Башҡортостан Хөкүмәте сайты.