Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Февраль 2023, 20:40

“Республика үҫеше белгестәргә бәйле”

Былтыр 11 колледж төҙөкләндергән, йәнә 94 уҡыу йорто сират көтә

“Республика үҫеше белгестәргә бәйле”
“Республика үҫеше белгестәргә бәйле”

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә колледждарҙы төҙөкләндереү тураһында яҙҙы.

“Республика иҡтисадының йылдам үҫеше, әлбиттә, юғары квалификациялы кадрҙар талап итә. Тәү сиратта сәнәғәт өсөн тармаҡ эшселәре, агросәнәғәт комплексында механизаторҙарға ҡытлыҡ бар.

Бындай белгестәр урта һөнәри белем биреү системаһында әҙерләнә.

Һуңғы йылдарҙа колледждарыбыҙға айырым иғтибар бирелә. 2022 йылдан улар өсөн йыл һайын ярты миллиард һум аҡса бүленә башланы. Үҫмерҙәрҙең заманса корпустары, етештереү һәм уҡытыу биналары, уңайлы ятаҡтары булырға тейеш.

Быйыл ғына беҙ республика буйынса 11 колледжға капиталь ремонт үткәрҙек. Улар араһында — Өфө машиналар эшләү колледжы (фотола), Башҡорт ауыл хужалығы, Мишкә һәм Урал аръяғы агросәнәғәт колледждары һәм башҡалар.

Бөтәһе республикала 94 ошондай уҡыу йорто бар. Тимәк, алда ҙур эш тора. Беҙҙең тәүге тырышлығыбыҙ һөҙөмтә бирә башланы. Һөнәри белем биреү уҡыу йорттарына килергә теләүселәр һаны артҡан, йәштәрҙең башҡа төбәктәргә уҡырға китеү осраҡтары кәмегән, өҫтәүенә, беҙгә күрше төбәктәрҙән абитуриенттар килә башлаған”, – тип яҙа Радий Хәбиров.

 

Фотолар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

“Республика үҫеше белгестәргә бәйле”
“Республика үҫеше белгестәргә бәйле”
“Республика үҫеше белгестәргә бәйле”
“Республика үҫеше белгестәргә бәйле”
“Республика үҫеше белгестәргә бәйле”
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: