Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
16 Февраль 2023, 14:00

Яңы милли проект буласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте премьер министры урынбаҫары Александр Шельдяев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәге яңылыҡ менән бүлешкән.

Яңы милли проект буласаҡ
Яңы милли проект буласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте премьер министры урынбаҫары Александр Шельдяев социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә түбәндәге яңылыҡ менән бүлешкән. "Рәсәй Президенты Владимир Путин Рәсәйҙә пилотһыҙ авиацияны үҫтереү буйынса яңы махсус милли проект тураһында хәбәр итте. Рәсәйҙең һәр төбәгендә пилотһыҙ авиация буйынса ғилми-етештереү үҙәге, дрондарҙы киң ҡулланыу өсөн инфраструктура булдырыласаҡ. Инновацияларға булышлыҡ итеү үҙәге менән Башҡортостан был эште күптән алып бара. Уны тиҙләтергә кәрәк, беҙҙең быға мөмкинлектәр бар.

«Интеграл роботлаштырылған технологиялар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте (Өфө ҡалаһы) пилотһыҙ осоу аппараттарын етештереп кенә ҡалмай, шулай уҡ һауа мониторингы мәғлүмәттәрен эшкәртеү өсөн поограммалар ҙа эшләй. «Геоскан-Өфө» «РВ-1» радиоэлектрон технопаркын булдырыу буйынса проектты тормошҡа ашыра, уның сиктәрендә пилотһыҙ осоу аппараттарын уйлап сығарыу һәм етештереү күҙаллана. «Күмертау авиация етештереү предприятиеһы» акционерҙар йәмғиәте МВМ 200 килограмм (БАС-200) вертолет тибындағы пилотһыҙ авиация системаһын булдырыу буйынса проектты тормошҡа ашыра.

Бөтә проекттарҙы ла Сәнәғәт министрлығы хупланы. Рәсәй Президентының һанлы һәм технологик үҫеш мәсьәләләре буйынса махсус вәкиле Дмитрий Песков, «Технологик үҫеш буйынса агентлыҡ» директоры урынбаҫары Антон Подкуйко, Дәүләт транспорт лизинг компанияһы вәкилдәре һәм төбәк министрлыҡтарынан коллегалар ҡатнашлығында Рәсәй Федерацияһы субъекттарының пилотһыҙ авиация системаларында ихтыяждары йәһәтенән дәүләт гражданлыҡ заказы параметрҙарын тикшерҙек. Тезистарҙың береһе - Рәсәй Федерацияһының бөтә 89 төбәге лә автоматлаштырылған мәғлүмәт системаларындағы ихтыяжды мөмкин тиклем тиҙерәк асыҡларға, нисә һәм ниндәй пилотһыҙ осоу аппараттарын етештерергә кәрәклеген иҫәпләргә тейеш.

Бындай масштабтарҙа пилотһыҙ авиацияны үҫтереү яңы производстволар ғына түгел, ә тотош заводтар, һынау үҙәктәре тигәнде аңлата. Шулай уҡ транспорт авиацияһы, ҙур һәм маневрлы осоу аппараттары ла. Сәнәғәт тармағы өсөн был сираттағы саҡырыу һәм сираттағы үҫеш нөктәһе", - тип билдәләгән Александр Шельдяев.

Фото: Александр Шельдяевтың шәхси сәхифәһенән.

#ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Яңы милли проект буласаҡ
Яңы милли проект буласаҡ
Яңы милли проект буласаҡ
Яңы милли проект буласаҡ
Яңы милли проект буласаҡ
Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: