Тормошобоҙҙа торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр буйынса һорауҙар тыуып ҡына тора. Ҡайһы саҡта дәғүәң менән ниндәй ойошмаға мөрәжәғәт итергә, кемдән йәһәтерәк төплө яуап алырға икән, тип баш ватаһың, икеләнәһең. Шул йәһәттән Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының аңлатмаһын бирәбеҙ.
Ҡайһы осраҡта торлаҡ мәсьәләләре буйынса мотлаҡ хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итергә кәрәк? Беренсенән, әгәр һеҙ милекселәрҙең дөйөм йыйылыш протоколындағы ҡултамғаларҙы ялған тип иҫәпләйһегеҙ икән, хоҡуҡ һаҡлау органдарына ҡыйыу рәүештә мөрәжәғәт итегеҙ.
Икенсенән, идарасы компания башҡармаған эш төрҙәрен отчеттарына “эшләнде” тип индерһә һәм йорт хужаларынан бының өсөн даими түләүҙәр алһа, йә булмаһа, идарасы компанияның финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеген тикшереү талап ителһә, хоҡуҡ һаҡлау органдары һеҙгә ярҙамға килер.
Ә Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетының идарасы компанияның финанс-хужалыҡ эшмәкәрлеген тикшереү мәсьәләләре менән шөғөлләнергә хоҡуғы юҡ. Шулай уҡ хеҙмәтләндереүсе идарасы компания хеҙмәткәрҙәре яғынан тупаҫлыҡ, көс ҡулланыу осраҡтары күҙәтелгәндә хоҡуҡ һаҡлау органдары ярҙамына таянырға тура киләсәк.
Башҡа бөтә мәсьәләләр буйынса Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеүе буйынса дәүләт комитетына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Мәҫәлән, йорт ҡыйығынан һыу аҡһа, йорттоң техник торошо, инженер коммуникацияларының эше ҡәнәғәтләндермәһә, йылылыҡ мәсьәләһе борсоһа, коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәр дөрөҫ иҫәпләнмәһә, йорт биләмәһе тейешенсә йыйыштырылмаһа һәм башҡа мәсьәләләр буйынса дәүләт комитетына дәғүәләрегеҙҙе ебәрегеҙ. Һеҙҙең бер ялыуығыҙ ҙа яуапһыҙ ҡалмаҫ, мәсьәләне хәл итеү буйынса саралар күреләсәк.
Фото:familegal.ru