Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
17 Февраль 2023, 21:40

Стәрлетамаҡ менән Салауатта тын алыуы еңеләйерме?

Стәрлетамаҡ һәм Салауат өсөн атмосфера һауаһының таҙалығын күтәреү буйынса өҫтәмә саралар әҙерләнәсәк.

Стәрлетамаҡ менән Салауатта тын алыуы еңеләйерме?
Стәрлетамаҡ менән Салауатта тын алыуы еңеләйерме?

Башҡортостан Хөкүмәте хәбәр итеүенсә, 17 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеоконференция тәртибендә Стәрлетамаҡта һәм Салауатта «Таҙа һауа» федераль проектын ғәмәлгә ашырыу мәсьәләләре буйынса кәңәшмәлә ҡатнашты. Уны Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко үткәрҙе.

Фекер алышыуҙа шулай уҡ Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығы, Рәсәй гидрометеорология үҙәге вәкилдәре, сәнәғәт предприятиелары вәкилдәре һәм ҡала башлыҡтары ҡатнашты.

Виктория Абрамченко Стәрлетамаҡта һәм Салауатта атмосфера һауаһының сифатына ялыуҙар килеүен билдәләне. Халыҡ экологик хәлде яҡшыртыу буйынса күрелгән саралар тураһында ентекле аңлатмалар көтә, тип өҫтәне вице-премьер.

- Ташландыҡтарҙы квоталау буйынса киңәйтелгән экспериментта ҡатнашыусы ҡалаларҙың яңы исемлегенә һәм «Таҙа һауа» проектына тикшереү хеҙмәттәре мәғлүмәттәре буйынса юғары йәки бик юғары бысраныу кимәле теркәлгән ҡалалар инде. Шул уҡ ваҡытта бысраныу кимәле «түбән» тип билдәләнгән ҡалалар ҙа бар, бында ҡырҡыу үҙенсәлекле еҫле матдәләр бүлеп сығарыла. Был кешеләрҙең йәшәү сифатына ныҡ йоғонто яһай. Стәрлетамаҡ менән Салауат - быға күргәҙмә миҫалдар, - тине Виктория Абрамченко. - Бындай тораҡ пункттар өсөн йоғонтоно кәметеү буйынса өҫтәмә саралар күрергә, халыҡты ишетергә һәм һауаны бысратыусы предприятиеларҙан экологик модернизациялауҙың реаль һөҙөмтәләренә өлгәшергә кәрәк.

Вице-премьер Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәткә төбәк һәм бысратыусы предприятиелар менән берлектә ҡалдыҡтарға инвентаризация үткәрергә, шулай уҡ атмосфера һауаһын бысратыуҙың йыйылма иҫәп-хисаптарын төҙөргә ҡушты. Был шишмәләрҙән аныҡ матдәләр бүлеп сығарыу кимәлен баһаларға һәм уларҙың күләмен билдәләргә мөмкинлек бирәсәк.

Шулай уҡ Виктория Абрамченко Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығына «Таҙа һауа» проекты паспортына Стәрлетамаҡ һәм Салауат өсөн өҫтәмә саралар индереү мәсьәләһен өйрәнергә ҡушты.

Виктория Абрамченко шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡыт эсендә Рәсәйҙең Тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы, Башҡортостан Хөкүмәте, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт һәм бысратыусы предприятиелар араһында ошо ҡалаларҙа атмосфера һауаһына бысратыусы матдәләр бүлеп сығарыуҙы кәметеү буйынса сараларҙы үтәү буйынса дүрт яҡлы килешеү төҙөргә ҡушты.

«Башҡортостан сода компанияһы» акционерҙар йәмғиәте һәм «Газпром нефтехим Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре килешеүҙәргә ҡул ҡуйырға һәм кәрәкле экологик саралар уҙғарырға әҙерлеген раҫланы.

Фото: Республика Башлығы сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: