Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Февраль 2023, 21:20

27 мең бала тәьмин ителә

“Һөт кухняһы” муниципаль проектын яҡшы республика селтәренә әйләндерҙек", – тине Радий Хәбиров.

27 мең бала тәьмин ителә
27 мең бала тәьмин ителә

Башҡортостанда өс йәшкәсә 27 меңгә яҡын бала бушлай “Һөт кухняһы” продукцияһын ала. Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев төбәк етәксеһе Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта һөйләне.

“Һөт кухняһы” Башҡортостан Башлығы башланғысы буйынса 2019 йылда ойошторолдо. Учреждение эшләй башлағандан алып республикала ете етештереү цехы – Өфөлә, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Октябрьскийҙа, Сибайҙа, Белоретта һәм Үрге Ҡыйғыла ойошторолған. Был 269 яңы эш урыны булдырырға мөмкинлек бирҙе. Муниципалитет биләмәһендә 131 таратыу пункты асылды, шул иҫәптән дарыуханаларҙа һәм поликлиникаларҙа. Шулай уҡ алыҫ һәм аҙ халыҡлы ауылдарға сығыусы дүрт автокибет бар.

– Һөт ризыҡтарын һәм ҡоро ҡатнашмаларҙы бушлай 26 885 бала, шулай уҡ йөклө ҡатындар һәм имеҙеүсе әсәләр ала. 2022 йылдың октябренән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре лә дәүләт ярҙамы менән тәьмин ителде, – тип билдәләне Алексей Гусев. – “Һөт кухняһы” продукцияһын алыуға ғаризаларҙы 10-15 эш көнө дауамында ҡарайҙар. Ғаризаны Күп функциялы үҙәктең бөтә офистарында бирергә мөмкин.

“Һөт кухняһы” бер тәүлектә 25 тонна һөт эшкәртә һәм 17 төр продукция етештерә, тип өҫтәне министр. Улар араһында – биойод менән байытылған йогурт. 2023 йылдың ғинуарында “Һөт кухняһы” алты айҙан балалар өсөн печенье етештерә башланы.

Учреждение шулай уҡ интернет-сауҙа, федераль һәм республика ваҡлап һатыу селтәрҙәре, дөйөм туҡланыу предприятиелары, шәхси медицина ойошмалары менән хеҙмәттәшлекте әүҙем үҫтерә.

– Республика “Һөт кухнялары” селтәре – илдең ошондай күләмле иң ҙур проекттары иҫәбендә. Былтыр беҙҙең тәжрибәне Яҡутстан, Владимир, Ырымбур, Силәбе, Архангел өлкәләре һәм Пермь крайы делегациялары өйрәнде, – тине Алексей Гусев. – Яҡын арала Октябрьскийҙағы һәм Үрге Ҡыйғылағы етештереү майҙансыҡтарын реконструкцияларға, ә Нефтекамалағы келәт биналарын арттырырға ниәтләйбеҙ.

Башҡортостан Башлығы республиканың Сауҙа һәм хеҙмәттәр министрлығының һөт кухнялары селтәрен үҫтереү йәһәтенән эш һөҙөмтәлелеген билдәләне.

– “Һөт кухняһы” муниципаль проектын яҡшы республика селтәренә әйләндерҙек, – тине Радий Хәбиров. – Етештереү күләмдәре ярайһы уҡ ҙур. Шуға күрә предприятиены үҫтереү буйынса артабанғы пландарҙы мотлаҡ тормошҡа ашырырға кәрәк.

Фото: "Бәйләнештә". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: