-Башҡортостандың аҙыҡ һәм эшкәртеү сәнәғәтендә алты йыл эсендә 8 миллиард һумлыҡ 15 инвестиция проекты тормошҡа ашырылды, -тине Башҡортостандың вице-премьеры - Республиканың ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов республика Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә. - Һалым ташмаламларын һәм башҡа преференцияларҙы иҫәпләмәгәндә был проекттар буйынса 270 миллион һумлыҡ төбәк ярҙамы күрһәтелде. Аҙыҡ өлкәһендә дәүләт ярҙамы инвесторҙарҙы яңы проекттарҙы тормошҡа ашырырға дәртләндерә. Былтыр ғына республикала ике инвестиция проекты тамамланды. Уның сиктәрендә инвесторҙар яҡынса 627 миллион һум аҡсаны шәкәр сөгөлдөрөн һәм һөттө эшкәртеүгә йүнәлтте, - тине ул.
Төбәк аграр ведомствоһы етәксеһе әйтеүенсә, 2026 йылға республикала аҙыҡ-түлек етештереү буйынса тағы ла 36 инвестиция проектын тормошҡа ашырыу планлаштырыла.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.