Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Февраль 2023, 20:50

“Алға” эш киңлектәрен арттыра

Бында тегенселәр, технологтар һәм башҡа һөнәр эйәләренә ихтыяж бар.

“Алға” эш киңлектәрен арттыра
“Алға” эш киңлектәрен арттыра

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтрҙәге сәхифәһендә  “Алға” иҡтисади зонаһындағы предприятиелар тураһындағы яҙмаһы менән уртаҡлашты:

- Предприятиеларға барғанда эш биреүселәрҙең хеҙмәткәрҙәренә тыуҙырған хеҙмәт шарттарына иғтибар итәм. Был конкурентлы эш хаҡы ғына түгел, бынан тыш соцпакет, уңайлы эш урындары, заманса ҡорамалдар һәм башҡалар. “Алға” махсус иҡтисади зона резиденттары – улар Ишембайҙың «Аркада» һәм ZASPORT тегеү фабрикалары - лидерҙарыбыҙ рәтендә. Бөгөнгө көндә улар хеҙмәткәрҙәр туплай. “Аркада” махсус кейем тегеү менән шөғөлләнә. Бында 400-ләп кеше эшләй. Яңы бирсәткә цехына тағы ла 470 хеҙмәткәр кәрәк буласаҡ. ZASPORT компанияһы көндәлек һәм спорт кейемдәре тегә. Рәсәйҙең олимпия йыйылмаһының рәсми экипировкалаусыһы март айында Башҡортостанда фабрика аса. Тегенселәр, конструкторҙар, дизайнерҙар, технологтар, бухгалтерҙар, баш механик, водитель, электрик, системалы администратор талап ителә.

Кемдер  ныҡ эшләгеһе килеп тә, был һөнәрҙәргә эйә булмаһа, уҡытыу ҡаралған. Теләгәндәр Көньяҡ-көнсығыш район-ара халыҡ мәшғүллеге үҙәгенең телефондарына шылтырата ала:
  
- Стәрлетамаҡ ҡалаһы: К. Маркс урамы,  101-се йорт, тел: +7(3473) 42-04-00, 42-07-67
- Ишембайҙағы филиал: Йәшел урамы, 57а йорто, тел.:(34794) 2-99-08, 2-99-09
- Салауаттағы филиал: Октябрьский урамы,  10а йорто, тел.:(34763) 7-61-14.

Фото: Радий Хабировтың сәхифәһенән.

“Алға” эш киңлектәрен арттыра
“Алға” эш киңлектәрен арттыра
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: