Бөгөн “Башҡортостан” гәзите хәбәрселәре “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проектын тормошҡа ашырған эшҡыуарҙарҙы йөрөп сыҡты.
Проекттың маҡсаты республика етештереүселәренә ярҙам итеү, брендтарын үҫтереү, һатып алыусы ошо бренд аҫтында сыҡҡан продукцияны һайлап алһын өсөн алып барылған эш, өҫтөнлөклө итеп күрһәтеү.
Әлеге мәлдә “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” проектына 694 етештереүсе ҡушылған. Шуларҙың 587-һе аҙыҡ-түлек, 107-һе башҡа тауарҙар етештерә. Брендтың маркаһы 26 мең төр аҙыҡҡа һуғылған.
Республикала етештерелгән аҙыҡ-түлек Силәбе, Свердловск, Ырымбур өлкәләре, Татарстан Республикаһына күпләп оҙатыла.
Быйылға проекттың маҡсаттары ҙур: ҡатнашыусылар сафын 20 процентҡа арттырыу, федераль һәм төбәк сауҙа үҙәктәренә инеү, сит төбәктәргә күберәк тауар һатыу.
“Башҡортостан тауары” билдәһе аҫтында эшләгән яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт “Башҡортостан үләндәре” - киң билдәле марка. Уларҙың сәйҙәрен халыҡ яратып ала һәм сит тарафтарға күстәнәс кеүек ебәреү ҙә матур йолаға әүерелгән. Әлеге мәлдә ойошма 300-ҙән ашыу продукция етештерә. Үләндәрҙе үҙҙәренең агробаҫыуҙарында ғына үҫтерәләр. Шуға уларҙың сифатына, экологик таҙа ерҙәрҙә үҫеүенә шик юҡ.
Резеда Куляшева крәҫтиән (фермер) хужалығы етәксеһе шулай уҡ тәү сиратта сувенир тауарҙары етештереүгә йүнәлеш алған. Ғаиләнең үҙенең умартасылығы бар. Етештерелгән балды улар матур һауыттарға тултырып һатыуға сығара. Киләсәктә маркетплейстар менән эшләү, Интернет заказдары алыу менән әүҙемерәк шөғөлләнергә ниәтләйҙәр.
“ВиЦыАн” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте 2013 йылдан спорт өсөн матрастар сығара башлау менән шөғөлләнә башлай. Яйлап етештерелгән тауарҙың сифаты өҫтөндә эшләп, баҙар иҡтисадын өйрәнеп, терәк-хәрәкәт системаһы ауырыуҙары менән яфаланғандар өсөн матрастар, ортопедия кәрәк-яраҡтары етештерә башлайҙар. Бына инде ун йыл самаһы ошо өлкәлә эшләп, бихисап еңеүҙәр яулаған ойошма. Әлеге мәлдә улар 170 төр продукция сығара.
Хәйриәлек менән дә әүҙем шөғөлләнәләр. Иң ауыр пациенттар – яман шеш ауырыуҙары менән йонсоғандар дауаланған Республиканың клиник онкологик диспансерының паллиатив бүлегенә уңайлы матрастар эшләп биргәндәр. Коронавирус башланғас, 8-се дауаханаға махсус матрастар, юрғандар, яҫтыҡтар алып килеп биргәндәр. Был эште улар артабан да дауам итергә ниәтләй.
Айрат Нурмөхәмәтов фоторепортажы.