Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Февраль 2023, 14:45

Үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәьмин итәбеҙ

Төбәктә етештерелгән шәкәр күләме ихтыяждан – 6,7 тапҡырға, ә үҫемлек майы алты тапҡырға күберәк

Үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәьмин итәбеҙ
Үҙебеҙҙе үҙебеҙ тәьмин итәбеҙ

Уҙған йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостанда бөтә төп позициялар буйынса тиерлек аҙыҡ-түлек тауарҙарын етештереү күләменең артыуы билдәләнгән. Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә республика етештереүселәренең халыҡты төп аҙыҡ-түлек менән нисек тәьмин итеүе хаҡында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов һөйләне.

Атап әйткәндә, Башҡортостанда һөт һәм һөт ризыҡтары буйынса тәьмин ителеш – 121 процент, сусҡа ите буйынса – 130 процент, һыйыр ите буйынса – 110 процент, картуф буйынса – 155 процент, йомортҡа буйынса 107 процент тәшкил итә. Төбәктә етештерелгән шәкәр күләме ихтыяждан – 6,7 тапҡырға, ә үҫемлек майы алты тапҡырға күберәк.

Дөйөм алғанда, 2022 йыл йомғаҡтары буйынса аҙыҡ-түлек етештереү индексы 103 процент тәшкил иткән, ул Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән 2,6 процентҡа һәм Волга буйы федераль округындағы уртаса күрһәткестән 1,6 процентҡа күберәк.

Фото: "Башинформ". 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: