Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Сибайҙа эшҡыуарҙар менән осрашыуы тураһындағы яҙмаһы менән уртаҡлашты:
- Сибайға барғанымда үткән йылда дәүләт финанс ярҙамын алған эшҡыуарҙар менән аралаштым. 2022 йылда бәләкәй һәм урта бизнес вәкилдәренә, үҙмәшғүлдәргә муниципаль программа сиктәрендә 12 миллиондан ашыу аҡса бүленде. Бының ниндәй һөҙөмтәгә килтереүен, өҫтәмә рәүештә ниндәй ярҙам кәрәклеге тураһында эшҡыуарҙарҙың үҙҙәренән белеү мөһим ине.
Шәхси эшҡыуар Эльвира Ғилмийәрова 2020 йылдан түшәк-кәрәк-яраҡтары тегеү менән шөғөлләнә, продукцияһын интернет-магазиндарҙа һата. Дәүләт ярҙамы аҡсаһына ул яңы ҡорамал һәм материалдар алған, һөҙөмтәлә производствоһына киңәйтеүгә өлгәшкән.
“Ля бисквит” кондитер цехы етәксеһе Юрий Иванов дәүләт ярҙамы менән тағы ла бер производство цехы асҡан. Хәҙер шәхси торттарҙан башҡа, предприятие күләмле итеп торттар етештерә (туңдырылған торттар). Сменаһына 250 килограмм кондитер изделиелары әҙерләнә. Улар Өфө баҙарына сығырға ниәтләй. Ләкин аҙыҡ селтәрҙәре менән ҡатмарлыҡтар килеп сыҡҡан. Беренсе урынбаҫарым Рөстәм Моратовҡа был мәсьәләне хәл итергә ҡуштым.
Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты, үҙмәшғүллекте яҡлау – беҙҙең өҫтөнлөклө бурыстарҙың береһе. Былтыр ошо маҡсатта республикала 644,5 миллион һум аҡса бүленде.
Быйыл эшҡыуарҙарға ярҙам сараларын киңәйтәсәкбеҙ. “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарын яҡлау” милли проекты сиктәрендәге сараларға 694,5 миллион һум аҡса бүленәсәк.
фото: Андрей Назаровтың сәхифәһенән.