

20 февралдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Бүздәк районынан ”Пищепром” эшкәртеү предприятиеһын үҫтереүҙе тикшерҙеләр. Компания “Бүздәк” бренды аҫтында соустар һәм ярымфабрикаттар әҙерләүҙә махсуслаша. Ул республиканың “Инвестиция сәғәте”ндә хуплау тапҡан инвестиция проектын ғәмәлгә ашыра.
“Пищепром”дың башҡарма директоры Гүзәл Козлова һөйләүенсә, планлаштырылған 366 миллион һум күләмендәге аҡсаның 250 миллион һумы производство ҡеүәттәрен реконструкциялауға йүнәлтелгән дә инде. Шуның менән бергә предприятие 30 миллион һум күләмендә дәүләт ярҙамы алды.
– Яңыртыу һәм һаҡсыл технологиялар индереү иҫәбенә етештереүсәнлек күрһәткестәрен 25 процентҡа күтәреүгә өлгәштек, – тине Гүзәл Козлова. – Инвестиция проектының беренсе этабы тамамланды ла инде. Ул бер нисә технологик процесты автоматлаштырыуҙы күҙ уңында тотто. Ә келәт биналарының майҙаны 1 мең квадрат метрҙан 6 мең квадрат метрға тиклем артҡан.
“Пищепром” продукцияһы Рәсәйҙең 50-нән ашыу төбәгендә тәҡдим ителгән. Бынан тыш, предприятиела Ҡаҙағстан, Беларусь, Азербайжан, Ҡытайға экспорт күләмдәре лә үҫтерелә. Киләсәктә аш-һыу төрлөлөгөн киңәйтеү, әҙер аш-һыу сығарыу, шулай уҡ “Йорт запастары” бренды аҫтында аҙыҡ-түлек төрлөлөгөн арттырыу күҙаллана.
Башҡортостан Башлығы билдәләнгән пландарҙы тормошҡа ашырыуҙа уңыштар теләне.
– Предприятиеның йылдам үҫешеүен күрәбеҙ. Һеҙ компетентлы команда, тәьмин итеү географияһы һәйбәт, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Артабанғы үҫешкә ынтылыу мөһим. Республика артабан да был йәһәттән тейешле ярҙам күрһәтергә әҙер.
Фото: konservatsiya.ru