Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
20 Февраль 2023, 19:50

Милеккә хоҡуҡты теркәү буйынса һорауың булһа...

Өфөнөң Күп функциялы үҙәктәре офистарында 15 сәғәтлек консультациялар марафоны үтә.

Милеккә хоҡуҡты теркәү буйынса һорауың булһа...
Милеккә хоҡуҡты теркәү буйынса һорауың булһа...

Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы күсемһеҙ милеккә хоҡуҡты дәүләт теркәүе һәм кадастр иҫәбе һорауҙары буйынса 15 сәғәтлек Бөтә Рәсәй марафонына ҡушыла. Ул Росреестрҙың 15 йыллығын байрам итеү сиктәрендә Күп функциялы үҙәктәрҙең төбәк майҙансыҡтарында уҙғарыла.

Консультациялар Өфөлә 20, 21, 22, 27 һәм 28 февралдә күп функциялы үҙәктәрҙең биш офисында 15.00 -18.00 сәғәттәрҙә үтә.

Эксперттар ер участкаларына, торлаҡ, баҡса йорттарына, гараждар һәм торлаҡ булмаған тәғәйенләнештәге объекттарға хоҡуҡты теркәү һәм башҡа һорауҙарға яуап бирәсәк.

Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Петр Клец билдәләүенсә, Күп функциялы үҙәккә килеүселәргә милеккә хоҡуҡты рәсмиләштереү буйынса юридик консультациялар үткәреү - мөһим сара.

Күп функциялы үҙәк офистарында консультациялар үткәреү графигы:

20 февралдә – Яңы күпер урамы, 8.

21 февралдә – М.Ғөбәйҙуллин урамы, 6.

22 февралдә – Әхмәтов урамы, 355.

27 февралдә - Интернациональ урамы, 113.

28 февралдә - Дағстан урамы, 2

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: