Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев социаль селтәрҙәге сәхифәһендә баш ҡаланың Көнсығыш сығыу юлындағы төҙөлөш эштәре барышы тураһындағы яҙмаһы менән уртаҡлашты:
- Волга буйы федераль округының ҙур инфраструктура проекты – Көнсығыш сығыу юлында эш ҡайнап тора. Әлеге мәлдә проекттың дөйөм әҙерлеге 61 процент тәшкил итә. Төҙөлөш-монтаж эштәре графикка ярашлы тәүлек әйләнәһенә бара. Төҙөлөш тоннелдә лә, шулай уҡ Өфө йылғаһы аша күперҙә лә дауам итә. Эстакаданың бетон таяуҙарын күтәреү буйынса эштәр тамамланды.Ҡом-таш ҡатышмаһынан ер полотноһы ҡулайламаһы эшләү дауам итә.
Төньяҡ тоннелдә бетон конструкцияларын монтажлау буйынса төҙөлөштөң ҙур һәм технологик яҡтан ҡатмарлы этабы йомғаҡланыуға бара, бында белгестәр юл япмаһы аҫтынан нигеҙҙе бетонлауға һәм инженер селтәрҙәрен ҡороуға тотондо. Алда төньяҡ тоннель тора. Төҙөлөш күләме ҙур тәьҫораттар ҡалдыра: тоннелдә генә 90 мең тонна металлопрокат ҡулланыласаҡ.
фото: Алан Марзаев сәхифәһенән.