Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Февраль 2023, 17:42

Федераль ярҙам саралары, һәр ваҡыттағыса, йоғонтоло буласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров яңы федераль ярҙам саралары тураһында һөйләне һәм министрҙарға улар буйынса күрһәтмәләр бирҙе.

Федераль ярҙам саралары, һәр ваҡыттағыса, йоғонтоло буласаҡ
Федераль ярҙам саралары, һәр ваҡыттағыса, йоғонтоло буласаҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров яңы федераль ярҙам саралары тураһында һөйләне һәм министрҙарға улар буйынса күрһәтмәләр бирҙе.

Рәсәй Хөкүмәте ҡарары менән мәктәп уҡыусылары өсөн туристик программаны финанслауға 1 миллиард һум бүленә. Алдағы йыл менән сағыштырғанда, был күләм ике тапҡырға ҙурыраҡ. Был программа һөҙөмтәһендә илдең кәмендә 200 мең уҡыусыһы сәйәхәткә сыға һәм тыуған яғын яҡшыраҡ белә аласаҡ.

Беҙҙең республикала мәктәп туризмына 188 миллион һум бирелә. Финанслау күләме буйынса Башҡортостан, Мәскәү өлкәһенән ҡала, илдә икенсе урынды тота. Андрей Назаров Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығына бүленгән федераль аҡсаны үҙ ваҡытында һәм тулыһынса файҙаланырға ҡушты.

Федераль кимәлдә аграрийҙарға ярҙам киңәйә. “Аграстартап” гранты раҫланды, ул эшен яңы башлаған ауыл хужалығы етештереүселәренә тәғәйенләнгән. Үҫемлекселектә ул элекке 3 миллион һум урынына 5 миллион һум тәшкил итә, малсылыҡта – 4 миллион һумдан 6 миллион һумға саҡлы. Премьер-министр Ауыл хужалығы министрлығына был мәсьәләне контролгә алырға ҡушты.

Шулай уҡ федераль кимәлдә 2027 йылға саҡлы төҙөлөргә тейешле мөһим объекттар исемлеге булдырылған. Беҙҙең республиканан был исемлектә Республика балалар клиник дауаханаһы,  Республика балалар онкологияһы һәм гематологияһы үҙәге, Сорт көрәше үҙәге һәм башҡалар бар.

Быйылғы 3 апрелдән 2024 йылдың 1 ноябренә саҡлы таможня мониторингын индереү буйынса эксперимент үткәрелә. Уның маҡсаты – бизнестың асыҡлығына яуап итеп, уны тикшереүҙе кәметеү. Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар,  Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлыҡтары ошо экспериментта ҡатнашыу буйынса тәҡдимдәр бирергә тейеш.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: