Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Февраль 2023, 22:10

Ҡояш төҫөндәге май етештерә

Стәрлебаш районында яңы етештереү цехы асылған

Ҡояш төҫөндәге май етештерә
Ҡояш төҫөндәге май етештерә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика эшҡыуарҙарының һәр башланғысына ихлас ҡыуана һәм үҙенең социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә был хаҡта йыш яҙа. Был юлы уның яҙмаһы Стәрлебаш районынан Илвер Хәбибуллинға арналған.

“2021 йылда Илвер Хәбибуллин элекке май эшләү цехы бинаһын һатып ала. Төҙөкләндергән, коммуникациялар үткәргән һәм ҡоролмалар һатып алған.

Сеймалға үҙ аҡсаһы етмәгәс, район хакимиәтенә мөрәжәғәт итә. 2022 йылда Илвер Стәрлебаш районы хакимиәте үткәргән «Эшҡыуарлыҡ сәғәттәренең» береһенә килә. Эшҡыуарға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм уға ярҙам итеү муниципаль программаһында ҡатнашырға тәҡдим итәләр.

Һөҙөмтәлә Илвер Хәбибуллинға сеймал һатып алыуға киткән сығымдарҙы ҡаплау өсөн субсидия бирелә. Ә бөгөн урындағы халыҡ араһында уның компанияһы етештергән көнбағыш майына ихтыяж ҙур. Артабанғы аҙымы — «Башҡортостан продукты» билдәһен алыу. Ул продукцияны бөтә ил буйынса магазин кәштәләренә ебәреү мөмкинлеге бирәсәк.

Был миҫал бизнес-шәрифтәр институтының ни тиклем һөҙөмтәле булыуын һәм, ғөмүмән, төрлө кимәлдәге эшҡыуарҙарға күрһәтелгән ярҙамыбыҙҙы тағы бер тапҡыр күрһәтә. Участкалар һәм биналар менән тәьмин итеүҙә кәңәштәрҙән һәм ярҙамдан алып субсидия бүлеүгә һәм продукцияны һатыу баҙарҙарын эҙләүгә тиклем һәр этапта ярҙам алырға була. Иң мөһиме – ниәтеңде белдереү һәм маҡсаттарҙы аныҡ күҙаллау, – тип яҙа Радий Хәбиров.

Бизнес-шәрифтәр менән бәйләнешкә инеү өсөн түбәндәге һылтанма буйынса тупланған мәғлүмәтте ҡарарға була: https://investrb.ru/ru/business/business_sheriffs.php

 

Фотолар Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Ҡояш төҫөндәге май етештерә
Ҡояш төҫөндәге май етештерә
Ҡояш төҫөндәге май етештерә
Ҡояш төҫөндәге май етештерә
Автор: Лилия Нуретдинова
Читайте нас