Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
21 Февраль 2023, 14:20

Йәрминкәләр һеҙҙе көтә!

Ял көндәрендә 31 районда ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк.

Йәрминкәләр һеҙҙе көтә!
Йәрминкәләр һеҙҙе көтә!

24, 25 һәм 26 февралдә Башҡортостанда ауыл хужалығы йәрминкәләре үтәсәк, унда урындағы етештереүселәрҙең аҙыҡ-түлеген, йәшелсә-емешен, ит, бал, һөт һәм башҡаһын һатып алырға мөмкин буласаҡ.

Йәрминкәләр өсөн булдырылған 41 майҙансыҡтың дүртәүһе баш ҡалала ойоштороласаҡ.

Өфөлә 25 һәм 26 февралдә түбәндәге майҙансыҡтарҙа йәрминкәләр үтәсәк:

— Әхмәтов урамындағы «Тулҡын» паркы янында;

— Спорт һарайы алдындағы майҙанда;

— Серго Орджоникидзе исемендәге майҙанда;

— Йәштәр һарайы алдындағы майҙанда.

Башҡортостандың  Сауҙа министрлығы сайтында ойоштороусылар менән бәйләнеш телефондары тупланған, был мәғлүмәт менән түбәндәге һылтанма буйынса инеп танышырға була: https://trade.bashkortostan.ru/presscenter/news/520332/

Фото “Башинформ” мәғлүмәт агентлығынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: