25 февралдә Өфөлә Умартасылыҡ үҫеше форумы үтә. “Торатау” конгресс-холында үтәсәк сарала тармаҡтың алдынғы ғалимдары, Башҡортостандың билдәле умартасылар-практиктары, Рәсәй төбәктәре вәкилдәре, шулай уҡ сит илдәр ҡатнашасаҡ.
Форумдың төп сараһы булып Башҡортостан Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары — ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов модераторы булған «Умартасылыҡ үҫеше перспективалары» пленар сессияһы торасаҡ.
Форум сиктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр үтәсәк, унда эксперттар умартасылыҡтың көнүҙәк темаларын тикшерәсәк. Мәҫәлән, бал ҡорттарының сәләмәтлеге һәм именлеге, уларҙың йәшәү мөхитен һаҡлау темаһы көн ҡаҙағында буласаҡ.
Форум сиктәрендә хәйриә аукционы ойошторола. Төп лоттар — «Киләсәк умартасылығы» тип аталған художество күргәҙмәһе әҫәрҙәре, уның төп идеяһы — нейросеть селтәренең һәм кешенең умартасылыҡтың киләсәген нисек ҡабул итеүен күрһәтеү.
Форум 10:30 сәғәттә башлана.