

Быйыл 26-28 июндә Башҡортостанда үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х юбилей форумы сиктәрендә бай эшлекле һәм мәҙәни программа планлаштырылған. Был хаҡта Рәсәй һәм Беларусь форумының ойоштороу комитеттары ағзалары менән кәңәшмәлә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров хәбәр итте.
- Юғары кимәлдәге халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй сараларын үткәреү буйынса бай тәжрибәбеҙ бар һәм беҙ бөтә аспекттарҙы ла кисекмәҫтән өйрәнергә әҙер. Ошо мөһим һәм әһәмиәтле форумды ойоштороу һәм уҙғарыу мәсьәләләре буйынса Федерация Советына һәм Белоруссияның Милли Йыйылышына мөмкин тиклем ҙур булышлыҡ күрһәтербеҙ, - тип билдәләне Андрей Назаров.
Форумдың эшлекле программаһы сиктәрендә төрлө секция ултырыштарынан тыш, Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышының төбәк-ара хеҙмәттәшлек буйынса парламент-ара комиссияһы һәм Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советының унынсы ултырышы, Рәсәй һәм Беларусь Республикаһы сауҙа-сәнәғәт палаталарының берлектәге сараһы, Беларусь Республикаһы Милли Йыйылышының Республика Советы рәйесе Наталья Кочанованың һәм Рәсәй Федераль Йыйылышы Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенконың Белоруссия Республикаһы төбәктәренең һәм Рәсәй Федерацияһы субъекттарының дәүләт власы органдары етәкселәре менән осрашыуы уҙасаҡ.
Форумдың төп ваҡиғаһы - Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Беларусь Республикаһы Президенты Александр Лукашенко ҡатнашлығындағы пленар ултырыш. Эшлекле өлөштән тыш, форум программаһына Рәсәй һәм Беларусь халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһен, «Евразия йөрәгендә Славян баҙары» халыҡ-ара сәнғәт фестивален, «Дуҫлыҡ урамы» этник мәҙәниәттәр фестивален, гастрономик фестиваль һәм гастрономик турҙар, «Союз», «Башҡортостан дуҫтар күҙлегенән» профилле халыҡ-ара лагерын ойоштороуҙы, мода күрһәтеүҙе, шулай уҡ «Хәтер поезы» мәҙәни-белем биреү проектын индерергә тәҡдим ителгән. Шулай уҡ Рәсәй һәм Беларусь йәштәре форумы, «Рәсәй-Беларусь» халыҡ-ара мәктәп спорты фестивале, «АМКОДОР» асыҡ акционерҙар йәмғиәте производствоһын асыу күҙаллана.
Федерация Советы Аппараты етәксеһенең беренсе урынбаҫары Лев Щербаков сараға әҙерлекте юғары баһаланы.
- Һеҙ төплө эш башҡарғанһығыҙ һәм форумдың киң мәҙәни программаһын төҙөгәнһегеҙ, ул эшлекле өлөшкә яҡшы өҫтәмә буласаҡ. Киң саҡырыу компанияһы үткәрәсәкбеҙ, уның сиктәрендә Форумда ҡатнашыусыларға бай программа тәҡдим итәсәкбеҙ, - тип белдерҙе Лев Щербаков.
Ултырыш йомғаҡтары буйынса ағымдағы йылдың майында Өфөлә Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х юбилей форумын ойоштороу комитетының киңәйтелгән ултырышын үткәреү тураһында килешеүгә өлгәшелде. Сәфәр барышында баш ҡала ҡунаҡтары Өфөлә урынлашҡан ҡунаҡханалар һәм ресторандар менән танышты, шулай уҡ «Торатау» конгресс-холының күргәҙмә майҙансыҡтарын һәм биналарын ҡараны.
Мәғлүм булыуынса, Рәсәй һәм Беларусь төбәктәренең Х юбилей форумы Өфөлә быйыл 26-28 июндә үтә. Бығаса форум Рәсәйҙә Сочиҙа (2015 йыл), Мәскәүҙә (2017 йыл) һәм Санкт-Петербургта (2019 йыл) уҙған.
Коронавирусҡа бәйле 2021 йылда форум видеоконференция форматында үткән. Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумы ике ил төбәктәре, бизнесы һәм ойошмалары араһында бәйләнештәрҙе киңәйтеүгә булышлыҡ итеү маҡсатында йыл һайын Рәсәй Федерация Советы һәм Беларусь Милли Йыйылышының Республика Советы ҡанаты аҫтында үткәрелә. 2022 йылда Форум Белоруссия Республикаһының Гродно ҡалаһында уҙған.
Сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/20257/
Фото: pravitelstvorb.ru