Башҡортостан ИСУП системаһын индереү буйынса алдынғы пилот төбәктәрҙең береһе булып тора. Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Алан Марзаев хәбәр итте.
Ул бөгөн «РосКапСтрой» компанияһы директоры урынбаҫары Игорь Кубышкин менән осрашты. Осрашыу ваҡытында дәүләт заказсыһы проекттары менән идара итеүҙең мәғлүмәт системаһын ҡулланыу тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Был илдең пилот төбәктәрендә төҙөлөш өлкәһен һанлаштырыуҙы индереү проекты сиктәрендә иң мөһим аҙымдарҙың береһе булып тора.
ИСУП — һанлаштырыу вертикаленең икенсе сегменты, төҙөлөштә ҡатнашыусылар өсөн объекттар тураһында мәғлүмәтте һаҡлау, эшкәртеү һәм анализлау буйынса берҙәм сервис.
Сервис документтарҙың 80 процентын һанлаштырырға, төҙөлөш проекттары менән идара итеүҙе автоматлаштырырға һәм подрядсы ойошмалар менән үҙ-ара эш итеүҙе еңеләйтергә мөмкинлек бирә.
Йыл башынан Рәсәйҙең 40 төбәгендә төҙөлөштә һанлы вертикаль индереү буйынса пилот проектына ҡушылды. Был эш Башҡортостанда ла башланды.
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.