Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
25 Февраль 2023, 18:00

Бал ҡортоноң наҙы бар

Бөгөн “Торатау” конгерсс-холлында үткән умартасылыҡ форумында тәү сиратта бал ҡорттарының һаулығы тураһында һүҙ барҙы

Бал ҡортоноң наҙы бар
Бал ҡортоноң наҙы бар

Сараның пленар өлөшөн Башҡортосан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов асты. Саҡырылған ҡунаҡтар һәм эксперттар бал ҡорттарының ауырыуҙары, уларҙың саф тоҡомон һаҡлау, сит илдәрҙән индерелгән бал ҡорттарының ауырыуҙары төбәктә таралмаһын өсөн нимә эшләргә һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тураһында фекер алышты.

Башҡортостандың умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге алып барған тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе менән таныштырҙы. Былтыр үҙәк республикалағы бал ҡорттарының тоҡомоноң таҙалығын өйрәнеү менән ентекле шөғөлләнгән. Фәнни-ғәмәли эш алты йылға иҫәпләнгән. Былтыр Архангель, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Ишембай, Иглин, Краснокама, Мишкә, Нуриман, Яңауыл райондарында тикшеренеүҙәр үткән.

  • Тикшеренеү эшендә 300-ҙән ашыу умартасы ҡатнашты. Шуларҙың яртыһы Рәсәй тоҡомло бал ҡорттарын үрсетә. Генетик тикшеренеүҙәр ҡара урман бал ҡорто тотҡан умартасыларҙа ғына үткәрелде. Йәмғеһе 53 умарталыҡтың 6 549 умартаһы тикшерелде. Шуларҙың 11-е генә саф тоҡомло тип табылды. Иң күбе тоҡомло умарталыҡтар Йылайыр районында тип билдәләнде, – тине үҙәк етәксеһе Ревнер Байтуллин.

Быйыл тикшереүҙәр Асҡын, Балтас, Белорет, Бөрө, Благовещен, Борай, Бөрйән, Ҡалтасы, Ҡариҙел, Тәтешле һәм Яңауыл райондарында үткәреләсәк.

Бөгөнгө сара Башҡортостандың төрлө райондарынан умартасыларҙы йыйған майҙансыҡҡа әйләнде. Тәү сиратта бындай осрашыуҙар тәжрибә уртаҡлашыу өсөн мөһим. Ғалимдар, ветеринарҙар, белгестәр һәм ошо белемде тормошта ҡулланып, үҙ тәжрибәһен туплаған умартасыларҙың бер урынға йыйылып яңы миҙгелгә әҙерләнеүе, башҡорт бал ҡортон һаҡлап ҡалыу, ситтән республикаға ауырыуҙар индермәү өсөн ниндәй саралар күрергә кәрәклеге тураһында һөйләшеү мөмкинлеге булдырыу ҙур әһәмиәткә эйә.

Кушнаренко районының Ахлыстино ауылынан килгән Илья Жук форумға ике улын алып килгән. Илья үҙе егерме йылдан ашыу умарта тота.

  • Әлеге мәлдә 50-гә яҡын умартабыҙ бар. Беҙ ете бер туған ағай-эне. Һәр беребеҙҙең умарталары бар. Туғайға яҡынса 200 умарта сығарабыҙ. Улдарым Самуил менән Максим бала саҡтан, дөрөҫөрәге дүрт йәшлек саҡтарынан миңә ярҙам итә. Хәҙер үҫтеләр. Ирҙәр эшендә ышанып ҡушырға була, ҡайҙалыр сығып китһәң, бал ҡорттарын да уларға тапшырам. Бөгөн бында беҙ тәжрибә уртаҡлашырға, улдарым башҡаларға ҡараһын, өйрәнһен тип килдек, – ти Илья Жук.

“Башҡортостан” гәзитенең күптәнге дуҫы Мортаза Солтанғолов Федоровка районы Оло Сытырман ауылынан. Ул умартасылыҡ менән егерме йылдан ашыу шөғөлләнә.

  • Мин бал ҡорттарын килем алыу өсөн түгел, ә боронғо кәсепте, беҙгә ата-бабаларыбыҙ мираҫ итеп ҡалдырған эште үҫтереү, киләһе быуынға тапшырыу өсөн тотам. Түмәр, солоҡ умарталарын өҫтөн күрәм. Кәрәҙле бал етештерәм. Бөгөн үҙем уйлап тапҡан яңы түмәр умарталарын ҡыҙыҡһынған кешеләргә күрһәтергә алып килдем, - ти ул.

Ә бына “Башпчелпром” умартасылар кооперативы вәкиле Роман Малышев быйылғы миҙгелде асып ебәргән дә инде.

  • Беҙҙең кооперативта әлеге мәлдә 12 ағза бар. Ғафури, Белорет, Әбйәлил райондарының умартасылары һәм республиканан ситтән ҡушылған ике умартасы бар. Аҡса һуғыу, байыуҙы маҡсат итеп алғандар менән эшләмәйбеҙ. Тәү сиратта кооператив ул бер көс булып тупланыу: ер майҙанын файҙаланыу, белемде эшкә егеү, административ мәсьәләләрҙе хәл итеү, тәжрибә уртаҡлашыу. Бына ошо төшөнсәләр беҙҙең кооперативтың нигеҙе булып тора.
    Үҙемә килгәндә быйылғы миҙгелде башлап ебәрҙек. 21 ғинуарҙа 700 умартам Адыгея Республикаһына юлланды. Унда йылы, бал ҡорттары бал йыя башланы ла инде. Адегеяла йыйылған балдың иң ҡиммәтлеһе – каштан сәскәһенән йыйылған бал. Унан инде груша, алмағас, фундук ағастары сәскә ата башлай һәм ҡабатланмаҫ тәме булған бал йыйыла. Тауҙа йыйылған балды һораусылар күп. Шулай ҙа нисек кенә булмаһын, Башҡортостанда йыйылған балға етмәй. Шуға май аҙаҡтарында умарталарҙы кире үҙебеҙгә алып ҡайтам, – тип һөйләй Роман.

Бер иш галстуктар тағып, күргәҙмәне ҡыҙыҡһыныу менән ҡарап йөрөгән уҡыусы балалар эргәһенән дә үтеп китеү мөмкин түгел.

  • Беҙ Иглин районының Түбәнге Ләмәҙ ауылы мәктәбенең агрокласында белем алған балалар. Бөгөн бында килгән балалар икенсе йыл инде умартасылыҡ класында белем ала. Түбәнге Ләмәҙ ауылы умартасыларҙың күплеге буйынса республикаға киң билдәле ауыл. Ә был балаларҙың һәр береһенең тиерлек ата-әсәһе умартасы. Шуға уларҙың күҙендә ҡыҙыҡһыныу һәм теманы аңлауҙарын күреп яңлышмағанһығыҙ, - ти уҡытыусылары Гөлсәсәк Минзаһирова.

Автор фотолары.

Бал ҡортоноң наҙы бар
Бал ҡортоноң наҙы бар
Бал ҡортоноң наҙы бар
Бал ҡортоноң наҙы бар
Бал ҡортоноң наҙы бар
Бал ҡортоноң наҙы бар
Бал ҡортоноң наҙы бар
Бал ҡортоноң наҙы бар
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: