Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Воскресенск баҡыр иретеү заводына ҡағылышлы яҙмаһы менән уртаҡлашты:
- Туризм үҫеше күҙлегенән беҙҙең иң ҡыҙыҡлы проекттарҙың береһе Мәләүез районындағы Воскресенск баҡыр иретеү заводын халыҡ-ара кимәлдә лә танынылар. Уны ЮНЕСКО Бөтә донъя мираҫының яҡынса исемлегенә индерҙеләр.
Воскресенск баҡыр иретеү заводы – Көньяҡ Уралдағы иң ҙур метталлургия производстволарының береһе. Ул 1745 йылда төҙөлгән. 150 йыл эшләү дәүерендә бында Рәсәй империяһынан ситтә лә ихтыяж менән ҡулланылған 27,7 мең тонна таҙа баҡыр сығарылған.
Күптән түгел уңайлы ҡала мөхитен булдырыуҙың иң яҡшы проекттарының Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүе һөҙөмтәһендә завод эргәһендәге биләмәне төҙөкләндерҙек. Бында – «Арт-үҙәк Воскресенск заводы» йәмәғәт киңлеге барлыҡҡа килде. Хәҙер планда – Воскресенск картиналар галереяһын, Нестеров исемендәге художество музейының филиалын реставрациялау. Ул заводтан йыраҡ түгел урынлашҡан һәм берҙәм тарихи-мәҙәни комплексҡа инә.
Ғәжәп сәнәғәт мираҫын һаҡлау буйынса эште республикабыҙҙа артабан да дауам итәсәкбеҙ. Башҡортостандың башҡа райондарында ла ҡыҙыҡлы объекттар бар.
Фото: Радий Хәбировтың сәхфәһенән.