Башҡортостандың Бәләкәй эшҡыуарлыҡты үҫтереү һәм ярҙам итеү фонды үҙенең сайтында Бизнес-ваҡиғалар календары асты, унда эшҡыуарҙар өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы мәғлүмәт тупланасаҡ.
Был ресурсты булдырыу – Фонд тормошҡа ашырыу менән шөғөлләнгән яңы үҫеш стратегияһының, йәғни бизнес өсөн кластер экосистемаһының бер өлөшө. Ул эшҡыуарҙарға ваҡиғалар буйынса һәр саҡ хәбәрҙар булырға ғына түгел, ә әүҙемлекте арттырырға ла ярҙам итәсәк.
“Бизнес-ваҡиғалар календары” проектында ҡатнашырға төбәк власть органдары етәкселәре, эшҡыуарлыҡҡа ярҙам инфраструктураһы субъекттары, йәмәғәт ойошмалары саҡырылды. Фонд майҙансығында булдырылған ошо ресурс эшлекле көн тәртибен мәғлүмәт менән тулыландырырға булышлыҡ итер тип уйлайым”, – ти Фондтың генераль директоры Элиана Сәйетова.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.