Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Февраль 2023, 21:45

Республиканың алдынғы предприятиеһы

“Башнефтегеофизика” 2022 йыл йомғаҡтары буйынса 25 миллиард һумлыҡ рекордлы табышҡа өлгәшкән. Ә производствоны үҫтереүгә һалынған инвестицияларҙың дөйөм күләме 2 миллиард һум тәшкил иткән.

Республиканың алдынғы предприятиеһы
Республиканың алдынғы предприятиеһы

“Башнефтегеофизика” компанияһы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Башҡортостан ирекле отрядтарына бронялы “Урал” автомобилдәрен һәм башҡа техниканы оҙатҡан. Был хаҡта предприятиеның генераль директоры Рөстәм Әҙиев республика Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.

Рөстәм Әҙиев белдереүенсә, йөк машиналарын махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың теләктәрен иҫәпкә алып, “Сервис-Мастер” бүлендек предприятиеһын эшләп бөткән.

– Мобилизациланған хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеү буйынса айырым ҡарарҙар ҡабул ителде. Ул иһә амуниция һатып алыуҙа булышлыҡ итеү ҙә, бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ҙә, – тине Рөстәм Әҙиев. – Кәрәк булғанда ваҡытында ярҙам күрһәтеүҙе тәьмин итеү өсөн, әле беҙ мобилизацияланғандар һәм уларҙың ғаиләләре менән бәйләнеш тотабыҙ.

“Башнефтегеофизика”ның генераль директоры шулай уҡ 2022 йыл йомғаҡтары буйынса компанияның 25 миллиард һумлыҡ рекордлы табышҡа өлгәшеүен һөйләне. Ә производствоны үҫтереүгә һалынған инвестицияларҙың дөйөм күләме 2 миллиард һум тәшкил иткән.

– Беҙ илдең яңы нефть-газ территорияларын үҙләштереүгә баҫым яһаныҡ. Таймыр һәм Гыдан ярымутрауҙарында “Новатэк” һәм “Көнсығыш-Ойл” компаниялары өсөн төп подрядсы булдыҡ, – тине Рөстәм Әҙиев. – Беҙ партнерҙарға сейсморазведканың яңы технологияһын тәҡдим иттек, был етештереүсәнлекте һиҙелерлек арттырырға мөмкинлек бирҙе.

Шуға күрә уртаса эш хаҡының тотороҡло үҫешен һаҡлап ҡалып булды. Алыҫ Төньяҡ шарттарында ҙур эш күләме иҫәбенә ул айына 90 мең һум тәшкил иткән.

– “Башнефтегеофизика” коллективына һөҙөмтәле эшләгәндәре өсөн ихлас рәхмәтемде белдерәм. Был беҙҙең нефть-газ секторындағы төп компанияларҙың береһе, – тине Радий Хәбиров. – Һеҙ үҙегеҙҙе ышаныслы партнер булараҡ та, хәрби хеҙмәткәрҙәргә ярҙам итеү һәм инвестиция эшмәкәрлеге буйынса ла күрһәтәһегеҙ. Һәм ул ҙур баһаға лайыҡ.

Фото: artkartel.ru

Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас