Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә 2022 йылда республиканың ер-милек мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә йомғаҡ яһалды.
Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы эшмәкәрлегенән республика бюджетына керемдәрҙең дөйөм суммаһы 13,33 миллиард һумға еткән. Шул иҫәптән 8,46 миллиард һум – дәүләт мөлкәтенән дивидендтар, 3,2 миллиард һум – ерҙәрҙе ҡуртымға алған өсөн түләү, 935 миллион һум ер участкаларын һатыуҙан килгән килем тәшкил иткән.
Республиканың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Наталья Полянская ведомство эшенең төп йүнәлештәренең береһе – халыҡтың льготалы категорияларына участкалар бүлеү тип хәбәр итте. Мәҫәлән, 2020-2022 йылдарҙа күп балалы һәм инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр 69 918 ер участкаһы һәм 250-шәр мең һумлыҡ 2 028 сертификат алған.
– Ер һәм сертификаттар менән тәьмин ителеш иҫәпкә ҡуйылған ғаиләләрҙең дөйөм һанынан 79 процент тәшкил итә, – тине Наталья Полянская.
2020 йылда дәүләт милке аныҡланмаған ер участкаларын биреү буйынса республикаға урындағы үҙидара органдарының вәкәләттәрен тапшырыу тураһында закон ҡабул итеү милек мөнәсәбәттәрен үҫтереүҙең мөһим этабы булды. Был әйләнешкә индерелмәгән ерҙәрҙең өлөшөн алты процентҡа тиклем кәметергә мөмкинлек бирҙе.
Министр инвестиция эшмәкәрлеген үҫтереүгә булышлыҡ итеү тураһында ла һөйләне. 2022 йылда төбәктә күләмле инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн дөйөм майҙаны 3,7 мең гектарлыҡ 25 участка ҡуртымға бирелгән.
Былтыр министрлыҡ ҡарамағындағы ойошмалар составына республиканың һигеҙ шифаханаһы ингән. Бөгөн улар махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы дауаланыуға һәм реабилитациялауға ҡабул итә. Башҡортостанда хәрби хеҙмәткәрҙәр йәмғеһе 12 шифаханала реабилитация буйынса льготалы хеҙмәттәр ала аласаҡ. Был ярҙам сараһы менән 259 махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы һәм уларҙың ғаилә ағзалары файҙаланған да инде.
2023 йылда “Мөлкәт” автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһын индереү менән ер участкаларының урынлашыу схемаһын раҫлау буйынса дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеү ваҡытын ике тапҡырға ҡыҫҡартырға ниәтләйҙәр. Шулай уҡ ведомство башҡа хеҙмәттәрҙе һанлаштырыуҙы дауам итәсәк, шул иҫәптән дәүләт кадастр баһаһы һәм техник инвентаризация буйынса ла.
– Дәүләт хеҙмәттәрен һанлаштырыу – министрлыҡтың һис шикһеҙ ҙур ҡаҙанышы, – тине Радий Хәбиров. – Был эште бер нисә йүнәлештән генә башланыҡ һәм бер нисә йыл эсендә электрон мөрәжәғәттәр һанын йылына әллә нисә тиҫтә меңгә тиклем еткерҙек.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.