Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Февраль 2023, 17:50

Яңы партнерҙар табабыҙ

2022 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 2021 йыл күрһәткесе менән сағыштырғанда 10,5 процентҡа артҡан.

Яңы партнерҙар табабыҙ
Яңы партнерҙар табабыҙ

2022 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың тышҡы сауҙа әйләнеше 2021 йыл күрһәткесе менән сағыштырғанда 10,5 процентҡа артҡан. Шуның менән бергә экспорт күләме лә 10 процентҡа артҡан. Был хаҡта аҙналыҡ оператив кәңәшмә барышында республиканың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министры Маргарита Болычева хәбәр итте.

Республиканың сауҙа әйләнешенең дөйөм күләмендә экспорт өҫтөнлөк итә. Уның өлөшө – 80 процент. Шул уҡ ваҡытта поставкаларҙың 66 проценты самаһын сеймал һәм энергетика булмаған экспорт тәшкил итә.

Маргарита Болычева Башҡортостандың 112 ил менән сауҙа бәйләнештәре булыуын билдәләне. 2022 йыл йомғаҡтары буйынса тәүге 10 контрагентҡа Ҡытай, Ҡаҙағстан, Нидерланды, Беларусь, Латвия, Төркиә, Һиндостан, Үзбәкстан, Финляндия һәм Германия ингән.

– 2021 йыл менән сағыштырғанда, Ҡытай менән сауҙа – 25 процентҡа, Ҡаҙағстан менән – 20 процентҡа, Төркиә Республикаһы менән 50 процентҡа артҡан, – тине Маргарита Болычева. – Нидерланды менән тауар әйләнеше, санкцияларға ҡарамаҫтан, ике тапҡырға артты, ә Финляндия менән – биш тапҡырға.

Министр әйтеүенсә, Башҡортостандың сауҙа вәкиллектәре Белоруссияла, Төркиәлә, Ҡаҙағстанда, Үзбәкстанда һәм Ҡытайҙа уңышлы эшләп килә. Бынан тыш, 2022 йылда рәсми делегацияларҙың һәм эшлекле даирәләр вәкилдәренең сит илдәргә 25 сәфәре ойошторолған. Яҡын киләсәктә Иран һәм Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре менән әүҙем хеҙмәттәшлекте үҫтерергә ниәтләйҙәр.

Сит ил партнерҙары менән үҙ-ара эш итеүҙе яйға һалыу өсөн республика предприятиелары төбәктең Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәгенән ярҙам алыу мөмкинлегенә эйә.

– Уҙған йылда беҙ экспортерҙар һанын өстән бер өлөшкә – 1 273 предприятиеға тиклем арттырҙыҡ, – тине Маргарита Болычева. – Үҙәк ярҙамында бәләкәй предприятиелар 500 миллион долларға 800 самаһы экспорт килешеүе төҙөнө. Республикала етештерелгән 50 меңдән ашыу тауар төрөн 17 халыҡ-ара маркетплейста һатып алырға мөмкин.

Башҡортостан Башлығы халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса һөҙөмтәле эшләгәне өсөн Хөкүмәттең иҡтисади блогына рәхмәт белдерҙе.

– Күп кенә илдәрҙең үҙ-ара эш итеү өсөн мөмкинлектәрҙе ябыуына ҡарамаҫтан, беҙ яңы партнерҙар табабыҙ. Был тауар әйләнеше динамикаһында ла сағыла, – тине Радий Хәбиров. – Шулай уҡ тышҡы иҡтисади эшмәкәрлегебеҙ инфраструктураһының яңы элементтарын булдырабыҙ. Был эштең бик мөһим өлөшө.

Республиканы халыҡ-ара баҙарҙарҙа танытыуға ҙур өлөш индергәне өсөн төбәк етәксеһе Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге директоры Илдус Хәлитовҡа һәм Рәсәйҙең Белоруссиялағы Сауҙа вәкиллеге ҡарамағындағы Башҡортостан вәкиле Константин Климинға Башҡортостан Башлығының рәхмәт хатын тапшырҙы.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайты. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: