

“Былтырғы йыл һөҙөмтәләре буйынса Рәсәйҙең социаль предприятиелар реестрына Башҡортостандың 404 предприятиеһы инде. Был күрһәткес буйынса беҙ илдә икенсе урында. Үҫеш тә ҡыуандыра: йыл эсендә республикала социаль эшҡыуарҙар һаны 19,5 процентҡа артты.
Социаль эшҡыуарлыҡ – уникаль формат. Бер яҡтан, уның эшҡыуарлыҡҡа ҡараған барлыҡ төп маҡсаттары бар – килем алыу, үҫеш, масштаблылыҡ. Икенсе яҡтан, бындай компаниялар социаль мәсьәләләрҙе хәл итә һәм йәмғиәткә, дәүләткә ярҙам итә. Был йәһәттән ҙур мөмкинлектәр күрәм.
Социаль эшҡыуарҙар эше бик мөһим һәм беҙҙең маҡсатыбыҙ – уларға тотороҡло бизнес булдырыу. Дәүләттең ярҙам саралары тап шуға йүнәлтелгән. Федераль реестрға ингән социаль эшҡыуарҙар үҙ проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн 500 мең һумға тиклем грант алыу мөмкинлегенә эйә. 2022 йылда республиканан 147 эшҡыуар уға лайыҡ булды, гранттарҙың дөйөм суммаһы 71,4 миллион һум тәшкил итте.
Надежда Әлимғолова ошо грант ярҙамында терәк-хәрәкәт ағзалары сирҙәре менән яфаланған балалар һәм өлкәндәр өсөн республикала беренсе һауыҡтырыу комплексы асты. Антон Слющенко грант аҡсаһына үҙенең “Шахматландия” онлайн мәктәбен киңәйтте. Һәм яңы эш урындары, шул иҫәптән һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн дә асты. Айгөл Шадрина Бөтә Рәсәй “Киләсәк образы” мәғариф проекты үҫеше өсөн өҫтәмә мөмкинлектәргә эйә булды. Ул уҡыусыларҙа сәнәғәткә ҡыҙыҡһыныу уята.
Быйыл бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә - иң тәү сиратта социаль һәм йәш эшҡыуарҙарға айырыуса иғтибарҙы бүлеүҙе дауам итәсәкбеҙ. 2023 йылда гранттар өсөн 209 миллион һум планлаштырылған”, - тип яҙҙы ул.
Фотолар, сығанаҡ: agnazarov