Бөгөн республиканың Финанс министрлығының коллегия ултырышы үтте. Унда уҙған йылға йомғаҡ яһалды, быйылға һәм 2024, 2025 йылдарға муниципаль берекмәләрҙең финанс органдары һәм республиканың Финанс министрлығы өсөн өҫтөнлөклө эшмәкәрлек йүнәлештәре билдәләнде.
2022 йылда Башҡортостандың тупланма бюджетына 231 миллиард һумға яҡын һалым һәм һалым булмаған килем килгән, 2021 йыл кимәленә ҡарата үҫеш 28,7 миллиард һум, йәғни 14,2 % тәшкил иткән. Республика ҡаҙнаһына 181,3 миллиард һум һалым һәм һалым булмаған килем ингән, үҫеш 15,1 процентҡа тиң, урындағы ҡаҙнаға – 49,7 миллиард һум, 11,2 процентҡа үҫеш менән.
- Һалым сәйәсәте өлкәһендә тейешле ҡарарҙар ҡабул ителеүе, килем потенциалын үҫтереү һәм өҫтәмә килем сығанаҡтарын эҙләү буйынса системалы саралар тормошҡа ашырылыуы һөҙөмтәһендә килемдәрҙең инеүенә негатив факторҙарҙың йоғонтоһон мөмкин тиклем кәметеүгә өлгәшелде, - тине Башҡортостандың финанс министры Лира Иғтисамова.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Башҡортостанда мәктәп уҡыусыларының башланғыстарына нигеҙләнгән проекттарҙы тормошҡа ашырыуға старт бирелде. Ул бер нисә муниципаль берекмәлә уҙғарылды һәм балаларҙа үҙҙәренең проект идеяларын әҙерләүгә ҡыҙыҡһыныуҙарының ҙур булыуын күрһәтте.
2022 йылда Башҡортостан Республикаһы 12 милли проектта ҡатнашты һәм 49 төбәк проекттарын тормошҡа ашырҙы. Былтырғы һөҙөмтәләр буйынса төбәк проекттарын тормошҡа ашырыуға республика ҡаҙнаһынан ҙур күләмдә аҡса йүнәлтелгән, 2021 йыл менән сағыштырғанда был сығымдар ике тапҡырға тиерлек артҡан һәм 48,5 миллиард һумға еткән. Был турала Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Илшат Тажетдинов һөйләне.
Коллегияның йомғаҡлау өлөшөндә финанс системаһы хеҙмәткәрҙәрен юғары хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшкән өсөн республика һәм ведомство наградалары менән тәбрикләү тантанаһы үтте.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.