Быйыл Башҡортостан Республикаһының Күп функциялы үҙәге “Бәйләнештә” социаль селтәрендә эшҡыуарҙар өсөн икенсе тапҡыр, “Башҡортостанда эшҡыуарлыҡ. Уңыш тарихтары” мотивация проектына ярашлы, тура эфир үткәрә. Был проект башҡорт эшҡыуарҙарының тауарҙарына һәм хеҙмәттәренә иғтибар йәлеп итергә, яңы һатып алыусылар, партнерҙар йәки инвесторҙар табырға булышлыҡ итә.
Спикер – “Әсәй ҡәһүә әҙерләй” ҡәһүәханалар үҙәгенә нигеҙ һалыусы Аман Гилаев (Өфө). Ул тура эфирҙа эшҡыуарлыҡты башлау һәм Башҡортостанда ҡәһүәханалар эшен алып барыу тураһында һөйләй.
“Проект граждандарҙы эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, Башҡортостандағы уңышлы эшҡыуарҙар менән тәжрибә уртаҡлашыу өсөн кәрәк. Эфир барышында тыңлаусыларға күп функциялы үҙәктәр офистарында эшҡыуарлыҡ өсөн ойошторолған хеҙмәттәр күрһәтелә”, - тип хәбәр итте Башҡортостандың Куп функциялы үҙәге етәксеһе Наталья Куприянова.
Тура эфир 1 мартта 16 сәғәттә була. Унда ҡатнашыу бушлай.
Фото, сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/20282/