Башҡортостанда “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары-2023” конкурсына – Бөтә Рәсәй “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” конкурсының төбәк этабына – ғаризалар ҡабул итеү башланды. “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсы йыл һайын үткәрелә.
Сарала ҡатнашыусылар конкурсҡа һәр продукцияны – аҙыҡ-түлекте, халыҡ өсөн сәнәғәт тауарҙарын һәм хеҙмәттәрҙе тәҡдим итә ала. Республика конкурсы лауреаттары “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” логотибын файҙаланыу һәм “Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары” программаһында ҡатнашыу хоҡуғын бирә.
Конкурста ҡатнашыу өсөн ғариза, документтарҙы 1 апрелгә тиклем А.М. Моратшин исемендәге Дәүләт стандартлаштырыу, метрология һәм һынауҙар төбәк үҙәгенә тапшырырға кәрәк. Адресы: 450006, Өфө ҡалаһы, Ибраһимов бульвары, 82-се йорт, 7-2 кабинет. Белешмәләр өсөн телефон: (347) 272-87-77.
Фото: belizv-bash.ru