28 февралдән 1 мартҡа тиклем Силәбе өлкәһе эшҡыуарҙары Башҡортостандың баш ҡалаһында булды. Бизнес сәфәрен Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге Даими вәкиллеге ойошторҙо.
Сәфәрҙә Силәбенән, Златоустан, Кәҫленән, Мейәстән, Трехгорныйҙан, Яманйылғанан, Копейскиҙан туғыҙ компания ҡатнашты. Сараның маҡсаты – хеҙмәттәшлекте яйға һалыу, эшҡыуарлыҡ бәйләнештәрен киңәйтеү, партнерҙар һәм клиенттар эҙләү. Өфөлә Көньяҡ Уралдан килгән ҡунаҡтар “МЕГИ” компаниялар төркөмөндә, “АРТ-Оснастка”, “РБ Моторс”, “ЕСМ”, “Нефтегазинжиниринг”, “Джестар” йәмғиәттәрендә һәм башҡа ойошмаларҙа булды. Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһында делегация вәкилдәре республикабыҙҙың бизнес вәкилдәре менән осрашты.
“Башҡортостан Республикаһы менән Силәбе өлкәһе төбәк-ара хеҙмәттәшлекте һәм бәйләнештәрҙе үҫтереү йәһәтенән әле һис ҡасан да булмағанса ғәйәт ҙур ҡеүәткә эйә. Сәфәрҙә ҡатнашыусылар потенциаль партнерҙарын үҙ продукцияһы менән таныштырҙы, бөтә етештереү майҙансыҡтарын һәм процестарын ҡарап сыҡты. Ике төбәк эшҡыуарҙары өсөн бындай сәфәрҙәрҙең ни тиклем файҙалы булыуын күрәбеҙ, шуға ла ошо йүнәлештә эште дауам итәбеҙ”, – тине Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге вәкиле Әлфир Байымов.
Фото: "Башинформ".