Иҡтисад
2 Март 2023, 18:15

Бурыс – урманды ҡулланыу менән бергә уны тергеҙә лә барыу

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урман хужалығының федераль агентлығы (“Рослесхоз”) етәксеһе Иван Советников менән осрашыу үткәрҙе

Бурыс – урманды ҡулланыу менән бергә уны тергеҙә лә барыуБурыс – урманды ҡулланыу менән бергә уны тергеҙә лә барыу
Бурыс – урманды ҡулланыу менән бергә уны тергеҙә лә барыу

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урман хужалығының федераль агентлығы (“Рослесхоз”) етәксеһе Иван Советников менән осрашыу үткәрҙе.

 Көн тәртибендә – төбәктең урман янғындарын һүндереү техникаһы менән йыһазландырылышы, шулай уҡ урманды һаҡлау буйынса сараларҙың үтәлеше.

“Башҡортостан – урманлы төбәк. Беҙ урман ресурстарын һаҡлауға һәм тергеҙеүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ.  Алдыбыҙға бурыс ҡуйҙыҡ: йыл һайын урманды уны ҡулланыу кимәленә ҡарата тергеҙә барыу, – тине Радий Хәбиров. – Былтыр ошо кимәлде 30 процентҡа арттырып үтәнек. Был эште дауам итәсәкбеҙ”.

Төбәк етәксеһе әйтеүенсә, урман янғындарын тиҙ һүндереү Башҡортостан өсөн мөһим бурыс булып ҡала.

Осрашыуҙа урман янғындарын һүндереү ойошмалараның матди базаһын нығытыу буйынса һөйләшеү барҙы. Мәҫәлән, 2023 йылға махсус техника һатып алыуға федераль ҡаҙнанан 52,8 миллион һум бүленә.  Был техника менән ҡоралланыуҙы 88,4 проценттан 93 процентҡа еткереү мөмкинлеге бирәсәк. Төбәктә барлығы урман янғындарына ҡаршы көрәшеү өсөн 283 берәмек техника һәм ҡорамал бар.

“Рослесхоз” етәксеһе Иван Советников республика Башлығына һәм урман хужалығы органдарына йоғонтоло эшләүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас