Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
2 Март 2023, 20:20

“Фарус” йәмғиәтенең етәкселеге менән осрашыу

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда “Фарус”  акционерҙар йәмғиәте етәкселеге менән осрашты.

“Фарус” йәмғиәтенең етәкселеге менән осрашыу
“Фарус” йәмғиәтенең етәкселеге менән осрашыу

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Республика йортонда “Фарус”  акционерҙар йәмғиәте етәкселеге менән осрашты.

Предприятие “Алға” иҡтисади зонаһында синтетик юғары майлы спирттар етештереү буйынса ҙур проектты тормошҡа ашыра. Сығымдар 21 миллиард һум тәшкил итә. Проект 2021 йылдың декабрендә республика етәксеһе үткәргән “Инвестиция сәғәте”ндә раҫланғайны.

“Һеҙгә, Радий Фәрит улы, ярҙам өсөн ҙур рәхмәт. Проект, ысынлап та, үтә мөһим. Ул этилен үткәргесе булған Татарстанда йәки Ырымбур өлкәһендә лә төҙөлә ала ине. Әммә беҙҙең компания фәҡәт Башҡортостанды инвестиция яғынан ылыҡтырғыс биләмә булғаны өсөн һайланы. 2025 йыл аҙағына завод эшләй башларға тейеш”, – тине компанияның идара етәксеһе Линар Фәттәхов.

Проект федераль кимәлдә лә хупланды.

Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: