Башҡортостанда 318,9 мең гектар ужым культуралары сәселгән, шуларҙың 122,4 мең гектарында – арыш, 188,5 мең гектарҙа – бойҙай. Республиканың күпселек райондарында ғинуарҙың тәүге декадаһында агрометеорологик шарттар ярайһы уҡ ҡаты була. Һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, ужым культуралары артыҡ бирешмәгән. Ваҡытында ятҡан ҡар ҡатламы һәм тупраҡтың бер аҙ туңыуы сәсеүлектәрҙе һаҡлап ҡалған, тип билдәләй агрономдар.
Ғөмүмән, Башҡортостанда ужым культураларының 95 проценты яҡшы һәм ҡәнәғәтләнерлек, ни бары биш проценты насар хәлдә тип баһалана. Рәсәй Ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгестәре билдәләүенсә, баҫыуҙарҙың ҡарлы участкаларынан һаҡланмаған һәм боҙ ҡатламы аҫтында ҡалған өлөшө зыян күреүе мөмкин.
Ужым культураларының торошон күҙәтеү ғинуар уртаһында башланды, ул мартҡа тиклем дауам итә. Һәр районда сәсеүлектәрҙең дөйөм торошон, йәшәүгә яраҡлылығын билдәләү, ауырыуҙар һәм ҡоротҡостарҙың булыу-булмауын тикшереү тиҙ арала сара күреүгә һәм буласаҡ уңышты һаҡлап ҡалыуға нигеҙ булып тора.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә Дәүләкән районында сәсеүлектәр буйынса тикшереү үткәрелгән. Районда 18 мең гектар ужым культуралары сәселгән. Мониторинг һөҙөмтәләре буйынса муниципалитетта ужым культураларының 75 процентының торошо яҡшы тип баһалана, ҡәнәғәтләнерлек тигән баһа алған күләм 20 процент тәшкил итә. Борай районында ужым культураларының 96 проценты яҡшы тип табылған. Бәләбәй районының ҡайһы бер хужалыҡтарында ла ошондай уҡ тикшереү үткәрелгән, унда ҡар япмаһының бейеклеге урыны менән 35-40 сантиметрға етә, ти белгестәр.
Лилиә НУРЕТДИНОВА