Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
4 Март 2023, 14:10

Төркиә менән бәйләнештәр нығына

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе Андрей Назаров Төркиә Республикаһының Ҡазандағы генераль консулы Исмет Эрикан әфәнде менән эшлекле осрашыуы үткәрҙе

Төркиә менән бәйләнештәр нығына
Төркиә менән бәйләнештәр нығына

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Рәйесе Андрей Назаров Төркиә Республикаһының Ҡазандағы генераль консулы Исмет Эрикан әфәнде менән эшлекле осрашыуы үткәрҙе.

Осрашыу башында Андрей Назаров төбәк Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт һәм үҙе исеменән Төркиә Республикаһындағы фажиғә менән бәйле ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе. Премьер-министр Башҡортостан был фажиғәне үҙенеке һымаҡ ҡабул итеүен һәм Төркиәгә ҡотҡарыусылар ебәргән тәүге Рәсәй төбәктәренең береһе булыуын билдәләне. Бер аҙна эсендә 25 ирекмәндән торған отряд алты кешене ҡотҡарған, емереклектәрҙе таҙартыуҙа ярҙам иткән.

Төп көн тәртибенә күсеп, хөкүмәт етәксеһе ҡатмарлы геосәйәси һәм иҡтисади хәлгә ҡарамаҫтан, Төркиәнең һәм Рәсәйҙең, атап әйткәндә, Башҡортостандың үҙ-ара һөҙөмтәле партнерлығы дауам иттерелеүен билдәләне. Бер нисә берлектәге инвестиция проекттары тормошҡа ашырыла. Был, мәҫәлән, көнбағыш һәм башҡа культураларҙың гибрид орлоҡтарын етештереү буйынса «Genesis Agro Trade» компанияһы проекты, «Мир Chicken» йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары селтәре. Әлеге ваҡытта «Leosal Makina» компанияһы менән беҙҙә йорт ҡоштарын эшкәртеү буйынса автоматик ҡорамалдар етештереүҙе урынлаштырыу мөмкинлеге тикшерелә. Осрашыуҙа «Kisan İnşaat» компанияһы менән Башҡортостанда быяла микросфера етештереү буйынса завод асыу мәсьәләһе лә тикшерелде. Заводтың дөйөм ҡеүәте 2 мең тонна тәшкил итә.

- Беҙҙең республикала Төркиә капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 29 предприятие эшләй. Уларҙың күптәре Башҡортостандан ситтә лә билдәле. Мәҫәлән, «Русджам» (быяла тара етештереү) һәм «Эфес Пилснер» (һыра ҡайнатыу) компаниялары. Төркиә менән тауар әйләнеше даими арта - 2022 йылда ул 42 процентҡа артҡан. 112 ил араһында беҙҙең сауҙа партнерҙарыбыҙ - Төркиә тәүге унау иҫәбенә инә (6-сы урын, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһындағы өлөшө - 4,8 процент). Эшҡыуарҙарҙың Төркиә бизнесы менән үҙ-ара килешеп эш итеүҙе киңәйтеүгә ҡыҙыҡһыныуы арта, - тине Андрей Назаров.

Премьер-министр һүҙҙәренсә, республика Төркиәнән аҙыҡ-түлек, машиналар эшләү һәм фармацевтика продукцияһын индереү менән ҡыҙыҡһына. Төбәк компанияларынан аныҡ ихтыяж бар. Үҙ яғынан Башҡортостан Төркиәгә химия, нефтехимия, металлургия һәм ауыл хужалығы продукцияһын оҙатыуҙы ярайһы уҡ үҫтерә ала.

Андрей Назаров билдәләүенсә, төрөк эшҡыуарҙары - республикабыҙҙың ышаныслы партнерҙары. Улар Башҡортостанда үткәрелгән байтаҡ форумдарҙа һәм күргәҙмәләрҙә әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан компаниялары ла үҙ сиратында Төркиәләге сараларҙа ҡатнаша.

Хөкүмәт рәйесе Исмет Эрикан әфәндегә Башҡортостан менән Төркиә Республикаһының үҙ-ара мөнәсәбәттәрен үҫтереүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт әйтте һәм әлеге осрашыу берлектә эшләү өсөн яңы этәргес булыр тигән ышаныс белдерҙе. Генераль консул Төркиә президенты һәм бөтә төрөк милләте исеменән Башҡортостандың ҡотҡарыу эштәрендә ҡатнашҡаны өсөн рәхмәт белдерҙе һәм, был ярҙам баһалап бөткөһөҙ, тип билдәләне.

- Төркиә Республикаһы Башҡортостанды тәрән хөрмәт итә һәм хеҙмәттәшлекте үҫтереү менән ҡыҙыҡһына. Был хеҙмәттәшлек күләмдәре үҫһен өсөн мин һәр ваҡыт республика етәкселеге менән тығыҙ бәйләнештә эшләргә әҙер, - тип өҫтәне Исмет Эрикан.

Генераль консул һүҙҙәренсә, Төркиә уңышлы иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе тығыҙ мәҙәни бәйләнештәр менән киңәйтергә ниәтләй. Был эш бер нисә йыл элек башланған, ләкин пандемия килеп бер аҙ туҡталып ҡалған. Быйыл быны яңыртырға уйлайҙар, яҡшы сәбәп тә бар: Төркиә Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тула.

- Беҙ 2023 йылда Башҡортостанда бер нисә мәҙәни сара үткәрергә теләйбеҙ. Республика Хөкүмәте һәм Мәҙәниәт министрлығы беҙгә ошо йәһәттән ярҙам итһә, рәхмәтле булырбыҙ. Башҡорт халҡы төрөк мәҙәниәтен, төрөк кухняһын ярата, Төркиәгә йөрөргә ярата. Хәҙер беҙ Төркиәне һеҙгә алып килергә теләйбеҙ, - тине Исмет Эрикан әфәнде. Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостан милләттәребеҙҙең мәҙәни хеҙмәттәшлеген киңәйтеү буйынса тәҡдимдәрҙе, шулай уҡ Рәсәй һәм Төркиә халыҡтары именлегенә Башҡортостан-Төркиә бәйләнештәрен артабан нығытыуға йүнәлтелгән башҡа башланғыстарҙы ихлас хуплаясаҡ.


Фото: pravitelstvorb.ru

 

 

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: