Ҡариҙелдең Парк урамында төҙөлгән яңы өс ҡатлы йорт йәшәүгә әҙер. Ул “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты (национальный проект «Жилье и городская среда») сиктәрендә башҡарылды, тип хәбәр итә Ҡариҙел районы хакимиәте.
24 фатирлы йортҡа Гагарин, Коммунал, Комсомол урамдарындағы авария хәлендәге йорттарҙа йәшәгән 14 ғаилә күсәсәк. Торлаҡтың дөйөм майҙаны 390 квадрат метрҙан ашыу. Барлыҡ фатирҙарҙа эске-биҙәү эштәре башҡарылған, сантехника һәм электр плитәләре, янғын хәүефһеҙлеге датчиктары ҡуйылған. Ихатала балалар майҙансығы, ял зонаһы булдырылған.
- Шуны билдәләргә кәрәк, беҙҙең район программаны ваҡытынан алда үтәне һәм 2017 йылға тиклем авария хәлендә тип танылған барлыҡ торлаҡтарҙа йәшәүселәр күсерелде, - тип билдәләне район хакимиәте башлығы Айҙар Шәйҙуллин.
“Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының төп бурыстарының береһе - ҡала мөхите уңайлылығын күтәреү. Милли проекттар граждандарҙы үҙҙәре йәшәгән ҡалаларҙың төҙөкләндереү мәсьәләләренә йәлеп итеү ниәтен ҡуя. Бынан тыш милли проекттың төп маҡсаты – йыл һайын 120 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыу һәм йыл һайын 5 миллион ғаиләнең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путин башланғысы менән булдырылған милли проекттар 2019 йылда старт алды.
Фото: bash.news