Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә буласаҡ “Зубов” технопаркын телгә алды.
“Беҙ инвестиция һәм сәнәғәт ҡеүәтен планға ярашлы арттырабыҙ, эшҡыуарҙар өсөн яҡшы шарттар тыуҙырабыҙ. Буласаҡ “Зубов” технопаркының етештереү комплексы проекты бына ошондай буласаҡ. Бөгөн уны Өфө районында төҙөй башланылар, майҙаны 10,5 мең квадрат метрлыҡ корпус нигеҙенә тәүге свайҙар ҡағылды. Технопарк майҙанында ошондай ике бина һалына. Бынан тыш, 2,9 мең квадрат метрлыҡ административ-көнкүреш корпусы планлаштырылған. Был – беҙҙең “Инвестиция сәғәте” аша үткән өҫтөнлөклө проекттарҙың береһе. Уның хаҡы 1,4 миллиард һум, үҙебеҙҙең яҡтан инженерлыҡ инфраструктураһы – юл, йылылыҡ, һыу, электр менән ярҙам итәсәкбеҙ.
Технопарктың төп потенциаль резиденттары исемлеген төҙөнөк тә инде. Улар иҫәбендә – “Өфө компрессор заводы” һәм “Геомеханика” фәнни-технологик үҙәге. Беренсе этапта технопаркта 160 эш урыны булдырыу планлаштырыла, үҫеш өсөн яҡшы мөмкинлектәре бар. Яңы майҙансыҡ Өфөнән алыҫ түгел, уңайлы урында урынлашҡан.
Дөйөм алғанда, Башҡортостандың төрлө райондарында 12 индустриаль парк һәм 18 технопарк теркәлгән. Ошо майҙансыҡтарҙа 30,1 мең эш урыны булдырылған, 168 резидент теркәлгән. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 45 миллиард һумдан ашыу тәшкил итә.
Үҙҙәренең инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу өсөн сәнәғәт предприятиеларын саҡырабыҙ. Барығыҙға ла уңыштар!” – тип яҙған Радий Хәбиров
Фото: vk.com/radiyhabirov
Сығанаҡ: vk.com/radiyhabirov