Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
7 Март 2023, 18:40

Яңы йорттарға күсереү йылдам бара

Башҡортостанда 80 мең квадрат метрҙан ашыу авария торлағынан күсергәндәр

Яңы йорттарға күсереү йылдам бара
Яңы йорттарға күсереү йылдам бара

2019 йыл башынан Башҡортостанда 80 мең квадрат метрҙан ашыу авария  торлағынан күсергәндәр, республикабыҙҙың 6792 кешеһе яңы фатирҙарҙа өй туйлаған. Күсереү программаһына 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған йорттар ингән. Бындай һандарҙы республиканың төҙөлөш министры вазифаһын башҡарыусы Егор Родин килтерҙе. 2022 йылда 41 күп фатирлы йорт файҙаланыуға тапшырылған. Тағы ла дүрт йорт быйыл төҙөләсәк - икешәр йорт Мишкә һәм Яңауыл райондарында.

Рәсәй төбәктәрендә “Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын ҡыҫҡартыуҙы тәьмин итеү” федераль проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Был сара “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты сиктәрендә башҡарыла. Милли проект арҡаһында торлаҡ шарттарын 474,47 мең рәсәй кешеһе яҡшыртҡан да инде, йәшәү өсөн яраҡһыҙ 7,99 миллион квадрат метр майҙандағы торлаҡ фондынан күсергәндәр. Шул иҫәптән 115 меңдән ашыу кеше 2,05 миллион квадрат метр квадрат метр майҙандағы ошондай торлаҡтан Рәсәй Федерацияһының субъекттарының үҙ аҡсаһы иҫәбенә күсерелгән.

“Бөгөнгө көндә 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем танылған авария хәлендәге торлаҡтан граждандарҙы күсереү буйынса федераль проекты маҡсатлы күрһәткестәрен тулы күләмдә 28 төбәк үтәгән. Шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһы”, - тине Хөкүмәт Рәйесе урынбаҫары Марат Хөснуллин.

 2023 йылда Рәсәйҙә 1,96 миллион квадрат метр майҙандан күсереү планлаштырыла. Ләкин был һандың 2,6 миллион квадрат метрҙан ашыу булыуы көтөлә.

 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: