9 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм “КамАЗ” асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры Сергей Когогин “Оҫта” сәнәғәт паркының төҙөлөш майҙансығын ҡараны. Туймазы автобетоновоздар заводы якорь резиденты буласаҡ. Ул “КамАЗ” йәмғиәтенә ҡарай һәм ул – илдәге берҙән-бер автобетон бутау техникаһын етештереүсе.
Генераль директоры Фәрид Закиров проекттың бер нисә этапта тормошҡа ашырылыуы тураһында һөйләне.
- Паркты Башҡортостан менән “КамАЗ” йәмғиәте финанслауы ярҙамында ойошторабыҙ, - тине ул. – Майҙансыҡта машиналар төҙөү етештереүе, шулай уҡ бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиелары буласаҡ. Улар өсөн барлыҡ шарттар, шул иҫәптән төрлө проекттар буйынса киләһе кооперация өсөн мөмкинлектәр барлыҡҡа киләсәк.
Төбәк етәксеһе шулай уҡ Туймазы автобетоновоздар заводының ғәмәлдәге етештереүе менән танышты. 2021 йылдан прицептарҙы етештереүҙе ойоштороу буйынса ҙур проект – йылына ике меңгә тиклем тормошҡа ашырыла. Башҡортостан Башлығы “Оҫта” сәнәғәт паркы үҫеше перспективаларын юғары баһаланы.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең сәнәғәт һәм сауҙа министры урынбаҫары Альберт Кәримов һәм Кластерҙар, технопарктар һәм айырыуса иҡтисади зоналар ассоциацияһы директоры Андрей Шпиленко республиканың Сәнәғәт, энергетика һәм инновациялар министрлығы коллегияһының күсмә кәңәшмәһендә ҡатнашты. Һүҙ иҡтисадтың индустриаль секторы үҫеше перспективалары, тармаҡ проекттарына дәүләт ярҙамы мәсьәләләре тураһында барҙы. Һөйләшеүҙә республика Хөкүмәте, Башҡортостан, Ульяновск, Һамар, Ырымбур өлкәләре, Сыуашстандың тармаҡ министрлыҡтары, ведомстволары вәкилдәре, муниципалитеттар башлыҡтары, төбәктәге ҙур предприятиелар етәкселәре ҡатнашты.
Туймазы районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Уралтехнострой-Туймазыхиммаш” предприятиеһында булды. Компания нефть һәм химия эшкәртеүе, нефть һәм газ табыу, металлургия предприятиелары, атом энергетикаһы өсөн ҡорамалдар етештерә. Ҡулланыусылар араһында “Газпром», «Газпром нефть», «Татнефть», «Северсталь» һәм башҡа Рәсәй компаниялары бар.
Республика етәксеһе техник ҡоролмаларҙы механик эшкәртеү һәм буяу, етештереү буйынса майҙансыҡтарҙы ҡараны.
Заводта барлығы 570 белгес эшләй. Башҡортостан етәксеһе республиканың предприятие өсөн кадрҙар әҙерләүҙә, перспективалы инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыуҙа кәрәкле ярҙамды күрһәтергә әҙер икәнлеге хаҡында белдерҙе.
Фото, сығанаҡ: Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайты.